Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Февраль 2022, 19:00

Йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы

Билал урта мәктәбендә уҡыусыларҙа патриотик рух, илһөйәрлек, илебеҙ тарихына һөйөү, Ватаныбыҙ азатлығы өсөн үҙ көстәрен һәм йәндәрен биргән ҡаһарман ата-бабаларыбыҙға хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында Ватан һаҡсылары көнөнә арналған «Смотр строя и песни» исемле йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы үтте.

Йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы
Йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы

Билал урта мәктәбендә уҡыусыларҙа патриотик рух, илһөйәрлек, илебеҙ тарихына һөйөү, Ватаныбыҙ азатлығы өсөн үҙ көстәрен һәм йәндәрен биргән ҡаһарман ата-бабаларыбыҙға хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында Ватан һаҡсылары көнөнә арналған «Смотр строя и песни» исемле йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы үтте. Был хаҡта мәктәп директоры Айнур Иршат улы Әминев һөйләй:

"Билал ауыл биләмәһе башлығы Саптаров Илдар Шәһәрғәзе улы, Афған һуғышы яугире Мәхмүтов Шөғәйеп Ғилметдин улы, Балтийск флотындағы “Грозный” ракета крейсерының матрос-электромеханигы, хәрби походтарҙа ҡатнашыусы Хамматов Марат Әхмәт улы етеп килгән байрам менән ҡотланы, үҙ сығыштарында уҡыусыларға илебеҙҙе яратырға, уның хәрби тарихын өйрәнергә, егеттәргә - буласаҡ һалдаттарға физик һәм рухи яҡтан көслө булырға, сәләмәт тормош алып барырға өндәне. Почетлы ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.  Командаларҙың сығышын тап улар баһаланы.

4-11-се кластар уҡыусылары күҙҙең яуын алырҙай бер иштән кейенеп, бирелгән командаларға ярашлы строй алымдарын дөрөҫ үтәү, теҙелеү, рапорт биреү, хәрби сәләмләү, йыр менән үтеү кеүек һынауҙар буйынса ярышты. Ҡыҙыу һәм сәмле барған ярыштың һөҙөмтәләре түбәндәгесә: өлкән кластар араһында 1-се урынды 9-сы класс (командиры Әхмәҙин Илнар), 2-сене – 10-сы һәм 11-се кластарҙың йыйылма командаһы (командиры Ғайсин Илһам), 3-сө урынды 8-се класс (командиры Мәһәҙиев Рәмис) яуланы. Киләһе йәш категорияһында 7-се класс (командиры Боҫҡонов Шәһит) – 1-се, 6-сы класс (командиры Араҡаев Иҙел) – 2-се урынды алды. Бәләкәйҙәр араһында бишенселәр (командиры Йәнгилдин Ирәндек) – 1-се, 4-се класс (командиры Сирусин Азамат) 2-се урынды алды. Еңеүселәр һәм призерҙарға грамоталар тапшырылды". 

Йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы
Йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы
Йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы
Йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы
Йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы
Йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы
Йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: