Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Февраль 2022, 20:15

МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ ОЙОШМАҺЫНЫҢ "ЙЫЛ ПЕДАГОГЫ" РЕСПУБЛИКА КОНКУРСЫ СТАРТ АЛДЫ

“Башҡортостан Республикаһы туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсында 38 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлбәкова Гөлсөм Шаһыбал ҡыҙы район намыҫын яҡлай. Тулыраҡ:

9 февралдән “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” һәм “Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсы старт алды.

Бәйгенең төп маҡсаты – балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең эшендә инновацион алымдар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, уларҙы таратыу, белемен камиллаштырыу, таланттарҙы асыу, педагог һөнәренең абруйын арттырыу һәм киләсәктә уңышлы эшмәкәрлеккә дәртләндереү.

“Башҡортостан Республикаһы туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсында 38 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлбәкова Гөлсөм Шаһыбал ҡыҙы район намыҫын яҡлай.

Конкурс өс турҙан тора. Ситтән тороп уҙғарылған “Интернет-ресурс” этабын уңышлы үтеп, Гөлсөм Шаһыбал ҡыҙы 14 февраль көнө онлайн форматта балалар менән дәрес үткәрҙе. Алда конкурста ҡатнашыусыларҙы “Оҫталыҡ дәрестәре”, “Педагогик һәм ата-әсәләр менән бәйләнеште профессиональ кимәлдә ойоштороу тәжрибәһен презентациялау”, “Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле” этаптары көтә.

Гөлсөм Шаһыбал ҡыҙына уңыштар, еңеү теләйбеҙ!

Сығанаҡ: Баймаҡ районының мәғариф бүлеге.

МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ ОЙОШМАҺЫНЫҢ "ЙЫЛ ПЕДАГОГЫ" РЕСПУБЛИКА КОНКУРСЫ СТАРТ АЛДЫ
МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ ОЙОШМАҺЫНЫҢ "ЙЫЛ ПЕДАГОГЫ" РЕСПУБЛИКА КОНКУРСЫ СТАРТ АЛДЫ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: