Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Ғинуар 2022, 17:08

Уҡытыусылар бәйге тотто

Балаларҙың йыр-бейеүҙәре, сәхәнәгә күтәрелгән педагогтар, шатлыҡтан тамған күҙ йәштәре, алҡыштар... Райондың мәғариф бүлеге йылды ғәҙәттә уҡытыусылар бәйгеһе менән башлап ебәрә. Быйыл да "Йыл уҡытыусыһы -2022" конкурсы педагогтарны мәғариф бүлеге бинаһына йыйҙы.

Уҡытыусылар бәйге тотто
Уҡытыусылар бәйге тотто

Өс көн дауамында барған өс этаптан торған "Йыл уҡытыусыһы -- 2022" конкурсында педагогтар үҙҙәрен һәр яҡлап аса алғандыр моғайын. 

Конкурстың беренсе этабы дистанцион үтте. "Методик оҫталыҡ" тип аталған был этапта уҡытыусылар 10-15 минут эсендә үҙҙәре менән таныштырып, бирелгән һорауҙарға төплө яуап биреп өлгөрөргә тейештәр ине.

Икенсе турға үткән уҡытыусылар үҙ фәне буйынса асыҡ дәрестәр күрһәтте. Унан "Класс сәғәте"ндә күрһәтә алды. 

Өсөнсө турҙа иһә педаоготар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә тейеш ине. 

Бына тулҡынландырғыс мәлдәр килеп етте. Райондың мәғариф бүлегендә үҙенең һөнәрен балалар менән бәйләгән, уҡытыусы исемен юғары күтәргән иң-иңдәр йыйылды. Шулай итеп, "Йыл уҡытыусыһы - 2022" һәм "Йыл уҡытыусы-дефектологы - 2022" конкурсының ябылыу тантанаһына ла сират етте.

Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азат Шәрипов, ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков һ.б. ҡатнашты. 

Шулай итеп, район конкурсында Баймаҡ лицей-интернаты уҡытыусыһы Ләлә Ишкинина еңеп сыҡты. 

Ә бына 4-се лицейҙың инглиз теле уҡытыусыһы Диана Утарбаева,  башҡорт теле уҡытыусыһы Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева, Темәс мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләлә Имелбаева, Билал мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Мәүлитова конкурс лауреаттары булды. 

"Йыл дефектологы" исеменә "Толпар" балалар баҡсаһы логопеды Гөлсәсәк Туйҡанова лайыҡ булды. 

"Эҙәрмән педогог" номинацияһы Иҫке Сибайҙан Мәлифә Сибаеваға (география уҡытыусыһы) бирелде. Ниғәмәт мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Наил Иҫәнбаев үҙ һөнәренең лидеры, 2-се мәктәптән Алевтина Маврина педагогик перспектива өсөн, 3-сө мәктәптән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Ҡашҡарова уңышҡа табан барған өсөн, Ниғәмәттән башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәйлә Әүәлбаева балаларға йөрәген биргән өсөн баһаланды. 

Беренсе Этҡолдан химия уҡытыусыһы Гөсинә Ҡотосова "Уҡытыусы - минең булмышым", Темәстән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Тайсина "Һөнәренә тоғро ҡалған өсөн", 1-се мәктәптән Гөлназ Ивлева "Өмөт", Әхмәрҙән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Раушания Юлбахтина "Тел һаҡсыһы" номинациялары менән билдәләнде.

Еңеүселәр республика конкурсында район намыҫын яҡлаясаҡтар. Уңыштар юлдаш булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: