Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Декабрь 2021, 08:46

Ишбирҙе мәктәбендә спорт залы асылды

-

Кисә Ишбирҙелә тантаналы шарттарҙы оҙайлы ремонттан һуң мәктәтең спорт залы асылды. Унда район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Айнур Кәримов, район Советы секретары Рөстәм Сәйетов ҡатнашты. Уҡыусылар шатлыҡтарын белдереп, рәхмәттәрен әйтте, матур концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы. Ҡунаҡтар ҙа буш килмәгән ине. Улар баскетбол щиты, туптар, волейбол сеткаһы һәм саңғылар бүләк итте. Һуңынан уҡыусылар ҡунаҡтар менән шашкала көс һынашты.

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең телмәрендә спорт залын төҙөкләндереүгә булышлыҡ иткән ауыл халҡына, бағыусыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе. 

 

Ишбирҙе мәктәбендә спорт залы асылды
Ишбирҙе мәктәбендә спорт залы асылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: