Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Декабрь 2021, 17:55

Башҡортостанда уҡыусыларҙың Яңы йыл каникулы башҡаларҙан һуңыраҡ башлана

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Айбулат Хажин хәбәр итте

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Айбулат Хажин коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ултырышында республика мәктәптәрендә яңы йыл каникулының 31 декабрҙән 16 ғинуарғаса дауам итәсәге тураһында хәбәр итте. Йәғни, уҡыусылар 2022 йылдың 17 ғинуарында, дүшәмбе көнө, мәктәпкә бара.

«Республиканың белем биреү учреждениеларында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп буйынса ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы. Бөгөн 62339 уҡыусы, 1083 уҡытыусы сирләй. Яңы йыл каникулы сирләүселәр һанын ярайһы уҡ кәметергә мөмкинлек бирер, тип күҙаллай Роспотребнадзор белгестәр», — ти министр.

Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә уҡыусыларҙың Яңы йыл каникулы иртәрәк — 27 декабрҙә башлана. Балалар 10 ғинуарҙа уҡырға бара.

Фото: https://yandex.ru

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: