Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Ноябрь 2021, 09:20

Бында ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм йәшелсәлек тармаҡтары өсөн белгестәр әҙерләнә

#нацпроект

Баймаҡ ҡалаһындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм йәшелселек тармағында эшләү өсөн белгестәр әҙерләнә. Әлеге мәлдә уҡыу йортоноң сығарылыш уҡыусылары төрлө сәнәғәт ойошмаларында, райондың фермер хужалыҡтарында, Йошкар-Ола ҡалаһының ит комбинатында практика үтә.
Автомеханик һөнәрен үҙләштергән бер төркөм уҡыусылар ҡаланың автотранспорт ойошмаһында үҙ һөнәрҙәренең нескәлеген өйрәнә. Ойошманың баш инженеры Ринат Риф улы Байбулатов әйтеүенсә, йәштәрҙең ҙур ойошмаларҙа эшкә өйрәнеүе - уларҙың уҡып бөтөп, ошонда эшкә килеүҙәренә ҙур өмөттәр уята. Әлеге мәлдә был ойошмала эш урындары ла бар һәм йәштәргә хеҙмәт юлын башлап китер өсөн уңайлы, файҙалы шарттар бар.Уҡыу йорто менән автотранспорт ойошмаһы араһында яҡын арала хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыласаҡ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: