Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Ноябрь 2021, 08:45

Баймаҡ мәктәптәрендә - "Үҫеш нөктәһе"!

"Мәғариф" милли проектына ярашлы Баймаҡ ҡалаһының 1-се һәм 3-сө мәктәптәре яңы ноутбуктар алды. #нацпроект

"Мәғариф" милли проектына ярашлы Баймаҡ ҡалаһының 1-се һәм 3-сө мәктәптәре яңы ноутбуктар алды. 

2019 йылдан алып ошо проект ярҙамында Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы, Баймаҡ лицей-интернат, 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәрендә компьютер кластары асылған ине. Киләһе ике йылда райондың башҡа төп мәктәптәрендә лә был проект тормошҡа ашырыласаҡ.

"Һанлы мәғариф мөхите" проекты мобиль аппаратуралар менән генә тәьмин итеп ҡалмай, ә медиакиңлек йүнәлешендә тағы ла киңерәк үҫешергә булышлыҡ итә. Уҡыу процессын яҡшыртырға, төрлө фәндәрҙән дәрес алып барыу кимәлен яҡшыртырға ярҙам итәсәк. 

 




Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: