Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Октябрь 2021, 19:35

Башҡортостанда нисә класс карантинда?

Мәктәптәрҙә һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында ла ауырыусылар һаны арта бара...

Башҡортостандың 242 мәктәбендә коронавирусҡа бәйле 543 класс карантинға ябылған.  

«Мәктәптәрҙә һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында ла ауырыусылар һаны арта бара. Бөгөн республикала 242 мәктәптә һәм 222 урта һөнәри уҡыу йортонда карантин саралары ҡулланыла», — тине төбәк Роспотребнадзоры етәксеһе Анна Казак.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, әгәр ҙә биш кешенән артыҡ сирләүсе теркәлһә, класс карантинға китә. Роспотребнадзор талабы буйынса класс 14 көнгә дистанциялы уҡыуға күсерелә.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: