Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Сентябрь 2021, 11:17

Баймаҡ уҡыусылары – икенсе!

-

Башҡортостан Республикаһы Мәктәп уҡыусыларының XXIII спартакиадаһында 27 команда араһында Баймаҡ ҡалаһы ла ҡатнашты. Төрлө спорт ярыштарында уҡыусылар ныҡышмалылыҡ һәм физик әҙерлектәренең ныҡлығын күрһәтте. Һөҙөмтәлә баймаҡтар икенсе урынды яулап, көмөш миҙалға лайыҡ булды. Афарин, уҡыусылар! Еңел бирелмәгән еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлап, тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ!

Фото Мәғариф бүлегенән алынды.

Баймаҡ уҡыусылары – икенсе!
Баймаҡ уҡыусылары – икенсе!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: