Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Июнь 2021, 15:32

Йөҙ балл йыйыусылар

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инһә, 100 мең һум стипендия алырға мөмкин.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инһә, 100 мең һум стипендия алырға мөмкин

Республикала бөтә имтихандарҙың һөҙөмтәләре 8 июлдә билдәле була. Бөгөнгә Башҡортостанда дүрт уҡыусы ике һәм унан күберәк фәндәрҙән 100 балл алған, 89-ы йөҙ балға яҙған.

Хәбиров министрлыҡҡа йөҙ балл алғандар республиканың юғары уҡыу йорттарына ингән осраҡта, уларҙы дәртләндереү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.

«Матди дәртләндереү системаһын уйлағыҙ. Бының 100 мең һумдан башлап өҫтәмә йыллыҡ гранттар булыуы мөмкин. Аҡсаны иҫәпләрбеҙ, бәлки, күберәк бирербеҙ», - тине республика етәксеһе.

Ул мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты, сөнки илдең башҡа университетттары ошондай абитуриенттарға «һунар башлаған».
Сығанаҡ: https://vk.com/feed?w=wall-153665096_65503
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: