Һаҡмар
+25 °С
Дождь
Антитеррор
Мәғариф
30 Мая 2021, 04:11
"Сулпылар" осорҙо ҡошсоҡтарын
“Сулпылар” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре сираттағы төркөмдө мәктәп юлына оҙатты.
“Сулпылар” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре сираттағы төркөмдө мәктәп юлына оҙатты. “Ҡурай” телмәр етешһеҙлектәре өҫтөндә эшләү төркөмө тәрбиәләнеүселәре өсөн сабыйлыҡ менән хушлашыу көнө һоҡланғыс матур хәтирәләр булып күңелдәрендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын. Балалар баҡсаһы мөдире Гөлшат Зиннур ҡыҙы Тулыбаева, өлкән тәрбиәсе Фәниә Вилүр ҡыҙы Хөсәйенова, хореограф һәм музыка белгесе Әлмира Самат ҡыҙы Низамова, тәрбиәселәр Венера Муллахмәт ҡыҙы Исмәғилова, Айгөл Рафайыл ҡыҙы Батталова, тәрбиәсе ярҙамсыһы Гүзәл Салауат ҡыҙы, логопед Рәмзиә Ғаяр ҡыҙы Айытҡолова, дефектолог Гөлдәр Октябрят ҡыҙы Исламғоловаларҙың тырышлығы менән кескәйҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн иҫ киткес сара ойошторолдо! Сабыйҙарҙың аһәңле йырҙары, дәртле бейеүҙәре, вальста әйләнеүҙәре балалар баҡсаһы тарихына сағыу бер бит булып уйылыр... Ә ул-ҡыҙҙарының өлкәндәрсә дәрт менән ҡанатланып, эскерһеҙ шатлыҡ менән йөрөүҙәрен күреү ата-әсәләр өсөн үҙе бер бәхет булғандыр!
Аҡ юл һеҙгә, кескәйҙәр! Киләсәгегеҙ тик бәхет-шатлыҡтарҙан ғына торһон, ололарҙы изге эштәрегеҙ менән һөйөндөрөп, ауылдаштарығыҙҙың ғорурлыҡтары булып, ҙур кешеләр булып китергә яҙһын!
Мотал Рәмов.
1. https://vk.com/photo154563110_457243158
2. https://vk.com/photo154563110_457243159
3. https://vk.com/photo154563110_457243160
4. https://vk.com/photo154563110_457243161
5. https://vk.com/photo154563110_457243162
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"