Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
29 Апреля 2021, 06:00

Беренсе урын - Даниярҙа!

Өфө ҡалаһының “Нур” татар дәүләт театрында Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған “Туҡай моңдары” республика бәйгеһенең йомғаҡлау этабы -Гала-концерт үтте.

Беренсе урын – Даниярҙа!

Өфө ҡалаһының “Нур” татар дәүләт театрында Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған “Туҡай моңдары” республика бәйгеһенең йомғаҡлау этабы - Гала-концерт үтте. Уның тәүге этабы онлайн форматта барҙы. Конкурста 39 район һәм 11 ҡаланан 800-гә яҡын видеояҙма тәҡдим ителгән. Шуларҙың бары тик 70-е генә икенсе турға һайлап алынды. Ижади эштәрҙе Заһир Исмәғилов исемендәге сәнғәт институтының актерлыҡ оҫталығы, сәхнә теле дәрестәренән уҡытҡан абруйлы педагогтар, атҡаҙанған артистар баһаланы.

Ҡаланың 5-се мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы, Балалар ижади үҙәгенең “Шатлыҡ” фольклор берекмәһе тәрбиәләнеүсеһе Данияр Сафиуллин (етәксеһе Рәшиҙә Иҙелбаева) беренсе урынды яуланы һәм Гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғын алды. Баһалама ағзалары Баймаҡ уҡыусыһының сығышы хайран ҡалдырҙы һәм улар бер тауыштан Данияр Сафиуллинды еңеүсе тип билдәләне.

Лилиә ТАКАЕВА.

Читайте нас