Мәғариф
30 Марта 2021, 06:08

Түбә мәктәбе уҡытыусыһына – миҙал!

Дилә Әҙеһәм ҡыҙы конкурстың һәр этабына ентекле әҙерләнеп сығыш яһаны. Дәрес биреү буйынса ла иң юғары балл йыйҙы. “Был бәйге ярыш ҡына түгел, үҙенә күрә тәжрибә туплау майҙансығы ла булды. Бик күп фекерҙәштәр, дуҫтар табып, әллә күпме файҙалы мәғлүмәттәр алып, дәртләнеп, илһамланып, ҡанатланып ҡайттым”, – ти ул конкурс тураһында. Ә инде конкурс һөҙөмтәләренән сығып, жюри ағзаларының ҡарары буйынса яҡташыбыҙ В.Сухомлинскийҙың “Йөрәгемде балаларға бирәм” миҙалы менән баһаланды. Шулай уҡ Дилә Әҙеһәм ҡыҙы БР Мәғариф министрлығының дипломы һәм “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юллама менән дә бүләкләнде.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021” төбәк-ара конкурсы быйыл егерме алтынсы тапҡыр үткәрелде. Унда районыбыҙ намыҫын Түбә урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилә Исхаҡова яҡланы.
Быйыл был бәйгелә барлығы 54 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Әйткәндәй, башҡа йылдарға ҡарағанда, быйыл конкурс шарттары бер аҙ үҙгәртелгән ине. “Методик оҫтахана”, “Ата-әсәләр менән диалог” кеүек яңы ярыш төрҙәре индерелгән.
Дилә Әҙеһәм ҡыҙы конкурстың һәр этабына ентекле әҙерләнеп сығыш яһаны. Дәрес биреү буйынса ла иң юғары балл йыйҙы. “Был бәйге ярыш ҡына түгел, үҙенә күрә тәжрибә туплау майҙансығы ла булды. Бик күп фекерҙәштәр, дуҫтар табып, әллә күпме файҙалы мәғлүмәттәр алып, дәртләнеп, илһамланып, ҡанатланып ҡайттым”, – ти ул конкурс тураһында. Ә инде конкурс һөҙөмтәләренән сығып, жюри ағзаларының ҡарары буйынса яҡташыбыҙ В.Сухомлинскийҙың “Йөрәгемде балаларға бирәм” миҙалы менән баһаланды. Шулай уҡ Дилә Әҙеһәм ҡыҙы БР Мәғариф министрлығының дипломы һәм “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юллама менән дә бүләкләнде.
“Уҡытыусыларҙың мәртәбәһен күтәреүсе был бәйгелә ҡатнашыуыма бик шатмын”, – тип Дилә Исхаҡова шатлығы менән уртаҡлашты. Дилә Әҙеһәм ҡыҙына һаулыҡ, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр теләйек.
Читайте нас