Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Февраль 2021, 18:25

Өс алтын миҙаллы Самира

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2011-2012 һәм 2013 йылда тыуған ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында рус шашкаһы буйынса Башҡортостан Республикаһының шәхси беренселеге үтте. Өс номинацияла барлығы 271 уҡыусы үҙ көсөн һынаған.

Беренселектә баймаҡтар ҙа ҡатнашты. Ҡаланың 3-сө мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары Самира Хәсәнова, Таңсулпан Сәфәрғәлина һәм 5-се мәктәптең 1-се класс уҡыусыһы Эльза Ҡасимова Баймаҡ данын тағы ла күтәрҙе.

Самира Хәсәнова өс йүнәлештә: блиц, тиҙ һәм төп программа буйынса ла беренсе урынды алды һәм шуның менән 3 алтын миҙалға лайыҡ булды. Ә инде Таңсулпан Сәфәрғәлина менән Эльза Ҡасимоваларға 3-сө урынды яуларға әҙ генә балл етмәне.

Әйтергә кәрәк, был Самира Хәсәнованың тәүге уңышы түгел. Быға тиклем дә ул республика кимәлендә уҙған рус шашкаһы, халыҡ-ара шашкаһы, Бөтә Рәсәй турнирҙарында ла уйнап, чемпион исеменә лайыҡ булды.

Баймаҡ ҡыҙҙарын еңеүҙәре менән ҡотлап, тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ!

Читайте нас: