Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Февраль 2021, 17:22

Туған телгә һөйөү, уны өйрәнеү балалар баҡсаһынан уҡ башланырға тейеш

Был турала республика башлығы Радий Хәбиров былтыр Ғафуриҙа үткән төбәк-ара форум барышында белдергәйне. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Остаз» проектына старт бирҙе. Уға ярашлы, мәктәпкәсә учреждение тәрбиәселәре диалект үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп туған телде өйрәтеү нескәлекәренә төшөнә.

Был турала республика башлығы Радий Хәбиров былтыр Ғафуриҙа үткән төбәк-ара форум барышында белдергәйне. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Остаз» проектына старт бирҙе. Уға ярашлы, мәктәпкәсә учреждение тәрбиәселәре диалект үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп туған телде өйрәтеү нескәлекәренә төшөнә.
Педагогия университетының «Остаз» балалар баҡсаһы тәриәселәренең педагогик оҫтаханаһы 2 миллион һумлыҡ грант ота. Аҡсалата ярҙам Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының гранттар конкурсы сиктәрендә бүленә. Финанслауҙа Педагогия университеты ла ҡатнаша. Проект авторҙары билдәләүенсә, «Остаз» оҫтаханаһы диалект һүҙҙәренә нигеҙләнеп башҡорт телен өйрәтеүгә булылыштыҡ итәсәк. Проектҡа старт Стәрлебаш районында бирелә. Кәңәшмәгә Әбйәлил һәм Борай райондары вәкилдәре лә бәйләнешкә сыҡты.
Заманса балалар баҡсаһы - ул асыҡ белем биреү системаһы. Мәктәпкәсә учреждениела кескәйҙәр уйын форматында ойошторолған тәрбиәүи сараларҙа ҡатнашырға, аралашырға һәм эш итеү тәжрибәһенә өйрәнеп үҫә. Был процесты юғары кимәлдә алып барыу өсөн тәрбиәселәрҙең белем кимәлен дә камиллаштырыу мөһим. Проектта ҡатнашыусы белгестәр тәү сиратта тест үтә. Уның ярҙамында ниндәй йүнәлешкә баҫым яһарға икәнлеге асыҡлана.
Төрлө фәндәргә яраҡлаштырылып эшләнгән ҡушымталар, программалар, интерактив технология һәм уларҙы эшләү ресурстары бихисап. Шул уҡ ваҡытта башҡорт теле уҡытыусылары өсөн бындай мөмкинлектәр сикләнгән. «Остаз» проекты сиктәрендә һанлы технологияларҙы үҙләштереү серҙәренә төшөнә ала. Был осраҡта заман технологияларын үҙләштереү генә лә түгел, балалар баҡсаһының матди-техник базаһын нығытыу ҙа мөһим.
«Остаз» проекты сиктәрендә уҡытыу семинарҙарынан тыш, профессиональ әҙерлек һәм квалификация күтәреү курстары ойоштороласаҡ. Киләһе майҙансыҡ көньяҡ диалектына бағышлана һәм ул Әбйәлил районы тәрбиәселәре өсөн үткәрелә.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды
Читайте нас: