Һаҡмар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Февраль 2021, 23:10

Ишбирҙеләр ярҙамға ашыға

Әлеге ваҡытта урындағы мәктәптә хәрби-патриотик айлыҡ бара. Ҡабул ителгән планда бик күп саралар ҡаралған. Уларҙың береһе – оло йәштәгеләргә ярҙам күрһәтеү. Ошо көндәрҙә мәктәптә эшләп килгән “Тимур командаһы” тыл һәм хеҙмәт ветераны Миҙхәт олатай Иҙелбаевта булып, көнкүреш эштәрендә ярҙам күрһәтте.

Әлеге ваҡытта урындағы мәктәптә хәрби-патриотик айлыҡ бара. Ҡабул ителгән планда бик күп саралар ҡаралған. Уларҙың береһе – оло йәштәгеләргә ярҙам күрһәтеү. Ошо көндәрҙә мәктәптә эшләп килгән “Тимур командаһы” тыл һәм хеҙмәт ветераны Миҙхәт олатай Иҙелбаевта булып, көнкүреш эштәрендә ярҙам күрһәтте. Әйтергә кәрәк, бындай ярҙам билдәле көндә генә түгел, ә йыл әйләнәһенә күрһәтелә. Ярҙам һораусыларға шунда уҡ “Тимур командаһы” йүнәлә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск, мәсеттең тирә-яғы ҡарҙан таҙартылды.
Бынан тыш мәктәп уҡыусылары патриотик темаға йырҙар өйрәнә, шиғырҙар конкурсы иғлан ителгән.
Ләйсән Дәүләткилдина,
Ишбирҙе мәктәбе директоры.
Читайте нас в