Районыбыҙҙа уҡыусылар оҙайлы каникулдар мәлен файҙалы һәм күңелле итеп үткәрһен өсөн мәғариф системаһы тарафынан комплекслы план төҙөлдө. Планға ярашлы, 40 белем биреү учреждениеһында ойошторолған мәктәп яны лагерҙарында 7-15 йәшлек 2120 уҡыусы ял итте. Улар араһында 268 тулы булмаған, 463 күп балалы, 529 аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, 72 етем һәм ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүм ҡалған, 46 инвалид, 296 мөмкинлеге сикләнгән, 103 эшһеҙҙәрҙең һәм 343 бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең балалары ял итте. Бында уҡыусыларҙы күңелле һәм файҙалы ял программаһы менән бер рәттән ике тапҡыр йылы аш та көтә ине. Ҡайһы бер мәктәп яны лагерҙарында туған телебеҙ – башҡорт телен үҫтереү, ата-бабаларыбыҙҙың йолалаларын, мәҙәниәтен тергеҙеү һәм һаҡлау йүнәлешендәге “Йәйләү” лагеры эшләне. Лагерҙа балалар тыуған яғыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнделәр, ҡыҙыҡлы экскурсияларға йөрөнөләр. Быларҙың барыһы өсөн республика бюджетынан 4808160 һум аҡса бүленде.
Шулай уҡ мәктәп яны лагерҙарында 17 ял һәм хеҙмәт лагерында 255 юғары класс уҡыусылары ла ял итте. Был маҡсаттан муниципаль бюджеттан 400 мең һум аҡса бүленде.
Шулай уҡ туристик, крайҙы өйрәнеүсе, хәрби-патриотик, экология йүнәлешендәге 9 профилле лагерҙа 265 бала ял итте. Йәй дауамында “Чемпион”, “Спартаксы” заездары эшләне. “Орленок” лагерында тәүге тапҡыр сәләмәт тормошто пропагандалаусы “Workout Camp 2018” сменаһы булдырылды. Әйткәндәй, урамдарҙа урынлашҡан турник кеүек спорт ҡоролмаларында төрлө күнекмәләр эшләүҙе үҙ эсенә алған спорт төрөн программа итеп алған Роберт Дәүләтшиндың был проекты республика грантына ла эйә булды.
Ишембай районындағы “Дуҫлыҡ” һаулыҡты нығытыу үҙәгендә ойошторолған “Тыуған яҡты өйрәнеүселәр” профилле сменаһында Ярат һәм Йомаш мәктәптәре уҡыусылары ял итте. Ошонда уҡ “Йәш спецназсы” сменаһында ауыр тормош хәлендә тороп ҡалған 5 уҡыусыға бушлай путевка бирелде. 2 июлдән 3 авгусҡа тиклем Күлтабан ауылындағы Урғаҙа мәктәбе филиалында “Йәш умартасы” профилле лагеры эшләне. Өфө ҡалаһындағы “Салют” һауыҡтырыу лагерында – 29, Хәйбулла районындағы “Һаҡмар” шифаханаһында 12 бала һаулығын нығытып ҡайтты.
“Орленок” лагерында – 600, ә “Граф күле” лагерында 255 бала ял итте. Һуңғыһының үҙенсәлеге тип “Йәйләү” сменаһын билдәләп китергә мөмкин. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның үҙе ҡатнашыуы лагерға айырым бер мәртәбә өҫтәне. Сменаны 200 бала ҡатнашҡан “Йәшә, ҡурай, йәшнә, башҡорт моңо!” район Ҡурай байрамы йомғаҡланы.
Шулай уҡ йәй көнө 14-18 йәшлек 328 үҫмер ваҡытлыса эш менән тәьмин ителде. Был уҡыусылар, бер яҡтан, эш тәжрибәһе туплаһа, икенсе яҡтан, үҙҙәренең эш хаҡын алып һөйөндөләр. Шулай уҡ Сибай ҡалаһында уҡып йөрөгән 49 студент “Орленок” һәм “Граф күле” лагерҙарына эшкә урынлаштырылды.
Шулай итеп, уҙған йәй һөҙөмтәләре буйынса мәктәп йәшендәге балаларҙың 98 проценты (ә был 8058-ҙән күберәк) каникул ваҡытында төрлө лагерҙарҙа ял итеү мөмкинлегенә эйә булды.
мәғариф бүлегенең балаларҙың һаулығын нығытыу һәм ялын ойоштороу буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле.