Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Ғинуар 2021, 02:00

Ижади ҡарашлы педагог

Баймаҡ лицей-интернатының юғары категориялы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәниә Кинйәбаева Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары һәм Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының һайлау конкурстарында бер юлы ике Грантҡа һәм “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ булды.

Шуҡлығы менән айырылып торһа ла, тура һүҙле, ғәҙеллек яратыусы ҡыҙыҡай Ишмырҙа

мәктәбендә уҡыған сағында тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. “Уҡытыусым Рәйсә Рәхмәтуллина бишенсе кластан алып миңә: “Һин уҡытыусы буласаҡһың”, – тип һеңдерҙе. Әсәйем дә: “Балам, уҡы, уҡы! Беҙгә уҡыу эләкмәне, һин уҡы исмаһам”, –

тип артыҡ эш ҡушмаҫҡа тырышты. Механизатор һөнәрен һайлаған атайым һәм 4 ағайым да миңә оло өмөт бағланы”, – тип хәтирәләре менән бүлешә Фәниә Ишбулды ҡыҙы. 11-се класты тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барыу тигән һорау бөтөнләй борсомай. “Бәләкәй генә фотоның артына адрес яҙып алдым да, бер үҙем Өфөгә юлландым”, – ти. Тәүәккәл ҡыҙ шулай итеп БДПИ-ның башҡорт филологияһы факультетының башҡорт-рус бүлеге студенты булып китә. Дүртенсе курста уҡып йөрөгән сағында Фәниә Кинйәбаеваны Бөрйән районы Яуымбай мәктәбенә уҡытырға саҡыралар. Саялыҡ бында ла үҙенекен итә – ҡыҙ төпкөлгә эшкә китә. Ярты йылдан уны тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 4 йыл уҡытҡас, Фәниә Ишбулды ҡыҙы ғүмерлек тормош юлдашы Урал Кинйәбаевты осратып, Хәйбулла районы Беренсе Май ауылына килен булып төшә. Бер йылдан йәш ғаилә Баймаҡ ҡалаһына килеп төпләнә. Бында улар өс балаға ғүмер бүләк итә. Гөлдәр әлеге ваҡытта Сибай медицина колледжында, Иҙел Ишембай кадет мәктәбендә уҡый, ә кинйә ҡыҙҙары Уралиә “Йондоҙло” балалар баҡсаһында тәрбиәләнә. Фәниә Ишбулды ҡыҙы 2005 йылдан алып Баймаҡ лицей-интернатында балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Ижади ҡарашлы педагог һәләтле уҡыусыларҙың ынтылыштарын

үҫтереүгә күп көс һала. “Һәләтле балалар” программаһы менән эшләүенең һөҙөмтәһе булып халыҡ-ара кимәлдәге “Фәнни-тикшеренеү эшен яҙырға өйрәнәбеҙ” методик күрһәтмә әсбабы донъя күрҙе. Был хеҙмәт һөҙөмтәгә ирешеүгә йүнәлтелгән һәм

ул үҙен аҡлай. Мәҫәлән, 7 уҡыусыһы төрлө йылдарҙа район кимәлендәге фәнни-тикшеренеү эштәрендә еңеүгә ирешкән. Фәниә Ишбулды ҡыҙы Рәсәй кимәлендә

донъя күргән “Альманах педагога” журналында ла үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, уҡыусылары А.Хәмиҙуллин һәм С.Хәмитов менән берлектә эшләгән хеҙмәте V Бөтә Рәсәй йәштәренең фәнни-тикшеренеү эштәре конференцияһында юғары баһа алды. Шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүгә арналған “Педагогика проблемалары” исемле мәҡәләһе лә бик актуаль. Фәниә Кинйәбаева «Һәләтле балалар» программаһы сиктәрендә Бөтә Рәсәй конкурсының

район этабын етәкләй, был эшкә райондың һәләтле балаларын йәлеп итә. Бынан тыш ул былтырғы уҡыу йылында дәүләт имтихандарын тапшырыуға әҙерлек буйынса байтаҡ асыҡ дәрестәр күрһәтте. Уҡытыуҙан тыш тынғыһыҙ педагог йәмәғәт эштәренә

лә ваҡыт таба. “Тирмә” ғаилә клубы буйынса программа авторы ла ул. Аҡһаҡалдар ҡоро, психологтар, ата-әсәләр менән берлектә эшләгән клуб төрлө проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә эшләй.


Үҙ эшенә мөкиббән кеше генә тормошҡа яратып баға, туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтыла. Был йәһәттән Фәниә Ишбулды ҡыҙын өлгө итеп ҡуйырға була.

Рәсимә Моратова
Читайте нас