Мәктәбебеҙ үҙенең уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Күсейҙә Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мәсғүт Заманов, яҙыусы Батыр Вәлид, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Республиканың Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты Абдулхаҡ Игебаев, яҙыусы прозаик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова, ғалим, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Әлифба» китабы авторы, Ушинский миҙалы кавалеры Абдрахман Ғәлләмов, балетмейстер-хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәүҙәт Бикбирҙин, атаҡлы ҡурайсы Хәмит Әхмәтов, СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған милиция хеҙмәткәре, полковник Рәил Асҡаров, РСФСР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Әхмәтбаҡый Ласынов, РФ-тың атҡаҙанған төҙөүсеһе Азамат Байназаров, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүселәре Шамил Ҡыуатов, Мозафар Мусин, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Гөлсирә Имамова-Сәғитова һәм башҡалар тыуған, белем алған, йәшлек йылдары Күсей сәхрәләрендә, күк Ирәндек буйҙарында уҙған. Күсей ауылы мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаусылар-
ҙан, уҡып киткәндәрҙән 100-ҙән ашыуы уҡытыусы һөнәрен һайлай, республикабыҙҙың төрлө район, ҡалалары, ауыл-
дары мәктәптәрендә ижади эшләне һәм эшләп йөрөй. Уларҙан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусы-
лары Юлай Моратов, Мәғзүрә Баязитова, Рәүилә Әхмәтова, Мәҙинә Нәҙерғолова, Рәсәй Федерацияһының мәға-
риф алдынғылары: хаҡлы ялға тиклем район мәғариф бүлегенең баш белгесе булып эшләгән Көнһылыу Әхмәтова,
Күсей мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы Нәзирә Хәсәнова, Төркмән ауылы балалар баҡсаһы етәксеһе Алһыу Иҫәнбаева, Сибай ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы Ғәрифә Ҡыуатова, Басай башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Айһылыу Үтәғолова, Сибай ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусылары Зөһрә Баязитова, Сәғиҙә Байназаровалар, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары: Зөһрә Үтәғолова, Мәүлидә Хөснетдинова, Рәүфә Ҡыуатова, Айгөл Уразгилдина, Фазила Әхмәтова, Фрунзе Исрафилов, Мөхәмәт Әбсәләмов, Гүзәл Игебаева, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты филология факультеты доценты Нәйлә Ласынова, иҡтисад фәндәре кан-
дидаты Фәйрүзә Абдуллина, филология фәндәре кандидаты Рәзилә Үтәғоловалар тик маҡтауға ғына лайыҡ. Бөгөн район һәм республика сәхнәләрендә уҡыусыларыбыҙ, профессиональ йырсылар Илдар Абдуллин һәм Әлфир Замановтар үҙҙәренең моңло тауыштары һәм яулаған еңеүҙәре менән ҡыуандыра. Күсей мәктәбендә оҙаҡ йылдар ижади эшләгән бик күп уҡытыусылар юғары наградаларға лайыҡ булды: «Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы» билдәһенә – башланғыс кластар уҡытыусылары Г.Й. Иҫәнбаева, Н.М. Хәсәнова; «Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре» билдәһенә – мәктәп директоры, физика уҡытыусыһы Ҡ.Ш. Уйылданов; «Өлкән уҡытыусы» исеменә – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф.Ә. Зәйнуллина; «Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы» билдәһенә – математика уҡытыусыһы Х.Ә. Сөләймәнов, инглиз теле уҡытыусыһы М.Г. Иҫәнбаева, физкультура уҡытыусыһы Н.Ә. Үтәғолова, география уҡытыусыһы М.Р. Әбсәләмов, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы, музей етәксеһе Г.И. Игебаева, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет Грамотаһына биология, химия уҡытыусыһы Ф.Ғ. Үтәғолова, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына башланғыс кластар уҡытыусыһы С.Ш. Әбдрәхимова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы И.М. Латыпова, математика уҡытыусыһы К.И. Уйылдановалар.
1994 йылдан бөгөнгә тиклем мәктәпте Ҡунаҡбай Шәриф улы Уйылданов етәкләй. Ул мәктәп коллективын туплауға, белем
сифатын күтәреүгә, балаларҙың спорт менән даими шөғөлләнеүенә, мәктәпте эстетик яҡтан биҙәүгә ныҡлы иғтибар
бирә. Белем усағы район күләмендә алдынғылар сафына сыға. Биология уҡытыусыһы Ф.Ғ. Үтәғолова етәкселегендә мәктәп яны участкаһы яҡшыра, технология уҡытыусыһы З.Ф. Мусин етәкселегендә ярҙамсы хужалыҡ булдырыла. Бөтә ил өсөн ауыр 90-сы йылдарҙа Күсей мәктәбе бер ауырлыҡҡа ла бирешмәй, сусҡалар үрсетеп, йәшелсә үҫтереп, мәктәптең матди-техник базаһын нығыта, мәктәпте уҡыу йылына әҙерләүҙә районда тик 1-се урындар ғына яулай. Ошо йылдарҙа уҡыусыларҙың юғары белем алыуға ынтылышы арта. Мәҫәлән, 2000 йылда мәктәпте тамамлаусы 10 уҡыусының 6-һы (класс етәксеһе – математика уҡытыусыһы Уйылданова К.И.) юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, мәктәп был күрһәткес буйынса районда – 4-се, ә ауыл мәктәптәре араһында беренсе урынға сыға.
Сығарылыш класы уҡыусыларының 2009 йылда – 50 проценты, 2010 йылда 100 проценты (2 уҡыусы) юғары уҡыу йорттары студенттары булып китте. Башҡорт теле уҡытыусыһы Р.М. Абдуллина, инглиз теле уҡытыусыһы М.Г. Иҫәнбаева, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Ш.В. Исламғоловаларҙың тырыш хеҙмәте
арҡаһында төплө белем алған уҡыусыларыбыҙ юғары белемдәргә эйә булып, фән кандидаттары дәрәжәһенә өлгәште,
ҡайһылары бөтә донья буйлап ҙур сараларҙа тәржемәсе ролен башҡара. Балалар төрлө спорт секцияларында, түңәрәктәрҙә ихлас шөғөлләнә. Һөҙөмтәләр ҙә күренеп арта. Мәктәптең хәрби әҙерлек етәксеһе В.В. Абдуллин етәкселегендәге «Йәгеҙ әле, егеттәр!» командаһы оҙаҡ йылдар буйы районда беренселәр рәтендә була, хәрби-патриотик йыйындарҙа йыл һайын беренселекте алыуға өлгәшә. География уҡытыусыһы В.Ә. Ғәбделисламов етәкләгән
«Спорт ориентирләүе» буйынса мәктәп йыйылма командаһы районда ғына түгел, республикала бер нисә йыл рәттән беренселекте бирмәй килә. Баскетбол, волейбол буйынса йыйылма командалар район беренселектәренең тәүгеләре рәтендә була. Үрҙә әйтеп кителгән уңыштар – физкультура уҡытыусылары Нурзиә Әширәф ҡыҙы һәм Тәнзилә Әбделфәиз ҡыҙы Үтәғоловаларҙың, мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Рәхимә Мөжәүир ҡыҙы Кинйәбаеваларҙың планлы һәм ныҡышмалы эшләүе һөҙөмтәһе. Был бейеклектәргә коллективтың тырышлығы, йылдар буйы ижади эшләү арҡаһында өлгәштек. 2010–2013 йылдарҙа Республика күләмендә үткән «Балаларға республикабыҙ баш ҡалаһын бүләк итәйек!» конкурсында үҙ төркөмөбөҙҙә – беренсе, ә бөтә ҡатнашыусылар араһында Гран-приға лайыҡ булдыҡ. Бындай ҙур еңеүгә 3 йыл рәттән 5-9-сы класс уҡыусыларының тимур командалары башҡарған изге эштәре менән өлгәшелде, етәксеһе – биология фәне уҡытыусыһы Ф.Ғ. Үтәғолова. Йәйгеһен 4 тапҡыр (3 йылда) 20-шәр уҡыусы Өфөгә экскурсия менән бүләкләнеп, бик әһәмиәтле һәм мауыҡтырғыс сәйәхәт яһаны. Мәктәптең крайҙы өйрәнеү музейы ла төрлө ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Музей етәкселәре Г.И. Игебаева һәм Н.И. Үтәғолова уҡыусылар менән берлектә район күләмендә үткән «Ватан юлдары буйлап» конкурсында – беренсе, «Иң ҡыҙыҡлы экспонат» конкурсында – икенсе, «Уҡытыутәрбиә эшендә музейҙың роле» конкурсында – өсөнсө, «Иң яҡшы экскурсия ойоштороусы» конкурсында өсөнсө урындар, республика күләмендә үткән «Бөйөк Еңеүгә – 65» конкурсында – беренсе, «Иң яҡшы экскурсия ойоштороусы» конкурсында өсөнсө урындарҙы яуланы. 2010 йылда мәктәп төп дөйөм белем биреү учреждениеһы итеп үҙгәртелде. Бөгөн коллектив үҙенә ҡуйылған бурыстарҙы ихлас атҡарырға тырыша. Әле бында барлығы 10 педагог эшләй. К.И. Уйылданова, Г.И. Игебаева, И.М. Латыпова, Г.Ә. Исламғолова, Н.И.Үтәғолова, В.З. Зәйнуллина, Ә.Ш. Фәйзуллин, Л.Й. Фәйзуллиналар ижади хеҙмәт өлгөһө күрһәтәләр. Мәктәптең мәктәпкәсә балалар төркөмөндә тәрбиәселәр булып Л.У. Әбсәләмова һәм Д.Ф. Сәфәрғәлиналар тырышып эшләй. ДЮСШ тренеры Х.Х. Сәфәрғәлин етәкселегендә бокс секцияһы уңышлы эшләп килә.
Уҡыусыларыбыҙ спортта, район күләмендә үткән олимпиада һәм конкурстарҙа яҡшы сығыш яһай.
2010/11 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса төп белем биреү уҡыу йорттары араһында «Йыл мәктәбе –
2011» район конкурсында еңеп сыҡтыҡ. 2011/12 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса «Йыл мәктәбе – 2012» район конкурсында 2-се урын, 2012/13 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса «Йыл мәктәбе – 2013» район конкурсында еңеүгә өлгәштек, башҡа йылдарҙа тәүге өсәү иҫәбендә киләбеҙ. 2017 – Экология йылында мәктәп уҡытыусыларынан торған КВН командаһы район буйынса 1-се урынды яуланы, йыл да мәктәпте уҡыу йылына әҙерлек буйынса район хакимиәтенең маҡтау грамотаһына лайыҡ булабыҙ. «Йыл уҡытыусыһы – 2009» район конкурсында тарих һәм музыка уҡытыусыһы Ә.Ш. Фәйзуллин айырым номинацияла
еңеү яулаһа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы И.М. Латыпова район конкурсында еңеп, республика күләмендә үткәрелгән «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2011» конкурсында дипломға, «Киске Өфө» гәзитенең махсус призына лайыҡ булды. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.Й. Фәйзуллина район «Йыл уҡытыусыһы – 2012», башланғыс кластар уҡытыусыһы В.З. Зәйнуллина «Йыл уҡытыусыһы – 2014» конкурстарында лауреат исеменә лайыҡ булды. 2018 йылда башланғыс класс уҡытыусыһы Н.И. Үтәғолова «Минең педагогик династиям» республика конкурсында ҡатнашып, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында еңеүгә өлгәште. Мәктәп коллективы ауылда һәм районда үткән барлыҡ сараларҙа актив ҡатнашып килә. К.Ш. Уйылданов – ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайын, Н.И. Үтәғолова – Күсей ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советын, И.М. Латыпова – ауыл советының бәлиғ булмаған балалар инспекцияһын, Х.И. Баймөхәмәтов – Күсей ауылы старостаһы вазифаһын,
В.З. Зәйнуллина ата-әсәләр комитетын йәмәғәт башланғысында етәкләйҙәр.
Мәктәп баҡсаһында алма, төрлө емеш-еләк уңа, йәшелсә менән дә үҙебеҙҙе тәьмин итәбеҙ. Мәктәптә 12 кабинет, спортзалы, оҫтахана, ашхана (40 урынлыҡ), компьютер класы, тир, музей бар. Матди база йылдан-йыл яҡшыра бара, мәктәп уҡытыусыларының бөтәһенә лә ноутбук тапшырылды, компьютер класында 8 компьютер бар, 4 мультимедиа проекторы һәм 1 интерактив таҡта, спорт ҡорамалдары алынды. Мәктәптә 3 спорт секцияһы, 3 предмет түңәрәге, 4 башҡа төрлө түңәрәктәр эшләй. Бигерәк тә уҡыусылар бокс, “Тыуған яҡты өйрәнеү”, “Умартасылыҡ”, волейбол һәм баскетбол секцияларына, түңәрәктәргә ихлас йөрөй. 2018 йылда «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса мәктәп баҡсаһы рәшәткәләре ремонтланды, «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы буйынса халыҡ ярҙамында тәҙрәләр пластик тәҙрәләргә алмаштырылды, йылы бәҙрәфтәр булдырылды. Мәктәп коллективы «Үҫеп килеүсе быуынды ауылдан сыҡҡан шәхестәрҙең тормош юлы һәм ижады миҫалында тәрбиәләү», «Яңы мәғлүмәти технологиялар ҡулланып уҡыусыларҙың белем кимәлен күтәреү» тигән темалар өҫтөндә эшләй. Мәктәп киләсәккә ҙур пландар ҡора. Беҙҙең төп бурыстарҙың береһе – йәш быуынға ныҡлы белем, тейешле тәрбиә биреү, ышаныслы алмаш әҙерләү. Коллектив үҙе алдына ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәр!