Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Декабрь 2020, 16:53

75 уҡыусының оло һөйөнөсө

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән данлы йылда райондың 75 уҡыусыһы Республика Башлығы һәм район хакимиәте башлығының махсус бүләген алып һөйөндө. Артабан да был уҡыусылар яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеп, райондың намыҫын яҡлап йөрөр, тип ышанабыҙ.

Быйыл халыҡ ижады үҙәге әртистәре йәш тамашасылар хөкөмөнә “Маша әкиәттәре” йәнһүрәтен тәҡдим итте. “Морозко” әкиәтенән етем ҡыҙ Настяны үгәй әсәһе ҡышҡы урманға ялан сәскәләрен алып ҡайтырға тип ҡыуып сығарып ебәрә. Етем ҡыҙҙың мажаралары ошоноң менән башланып китә. “Әкиәт эсендә әкиәт” тип атар инем мин был тамашаны.
Настяны урманда юлбаҫарҙар тотоп ала һәм бәйләп ҡуя. Саңғы шыуып йөрөгән Ваня исемле егет уға ярҙамға килә. Отҡорлоғо һәм бәләкәс балалар ярҙамында ҡотҡара. Был мәхшәрҙән ҡотолоп өлгөрмәй, уйламағанда “Барбоскиндар” йәнһүрәтенә барып сыға. “Әкиәт порталы” Настяны кире урманына ҡайтара. Мәсекәй әбей сәскәләр яланына барырға өйрәтһә, Ҡыш бабай күлдәкле лә, сәскәле лә, хатта кейәүле лә итә был һылыуҙы.
Әкиәттең тамашасылар менән берлектә диалог рәүешендә барыуы уны бермә-бер йәнләндереп ебәрҙе. Залда ултырған уҡыусылар математик заданиеларҙы үтәнеләр, йомаҡтар систеләр, әкиәттәрҙе хәтеренә төшөрҙөләр.
Әкиәт тамамланыуға сәхнәгә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев күтәрелде. Уҡыусы балаларҙы етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлағандан һуң: “Тырышып уҡығыҙ, районыбыҙҙың лайыҡлы граждандары булып үҫеүегеҙҙе теләйем”, -- тине. Унан һәр төрлө конкурстарҙа, ижади ярыштарҙа, олимпиадаларҙа еңеп сыҡҡан, призлы урындар алған 14 уҡыусыға Республика Башлығы Радий Хәбировтың күстәнәс-бүләктәрен тапшырҙы. Ҡаланың 1-се мәктәбенән Ғәзим Сыртланов менән Искәндәр Әйүпов, 2-се мәктәптән Алина Әхмәтйәнова менән Илназ Хисмәтуллин, 3-сө мәктәптән Альгина Теләүсина, 4-се лицейҙан Данил Юлгилдин, 5-се мәктәптән Динислам Юламанов, Баймаҡ лицей-интернатынан Айгиз Тулыбаев, Иҫке Сибайҙан Салауат Муллағолов, Темәстән Алина Федорова, Юлыҡтан Нияз Зәйнәғәбдинов менән Рөстәм Дәүләтбаев, Ниғәмәттән Инйәр Хәсәнов, Буранбайҙан Вилиә Ҡотоева уҙған уҡыу йылында үҙен бары тик яҡшы яҡтан күрһәтеп кенә ҡалманылар, һәр төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа район намыҫын яҡланылар. Мәҫәлән, Ғәзим Сыртланов республика фәнни-ғәмәли конкурсында еңеүсе лә, призлы урындар алыусы ла булып сығыш яһаны. Шулай уҡ Ю.А. Гагарин исемендәге Кубокка булған олимпиадала математика буйынса, “Уҡыусы портфолиоһы” конкурсында, шашка буйынса ярыштарҙа еңеп сыға, “Башҡорт малайы” район конкурсында номинацияла билдәлдәнеп үтә һ.б. төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулай. Ошо уҡ мәктәптән Искәндәр Әйүпов – ижади йүнәлештә үҙен күрһәтә. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең “Уңышҡа юл” ижади конкурсында 2-се дәрәжә лауреат була. Унан тыш “Талантоха” уҡыусылар һәм педагогтар конкурсында 1-се урын, “Башҡортостан таланттары” конкурсында 2-се дәрәжә диплом һ.б. менән бүләкләнә. Иҫке Сибайҙан Салауат Муллағолов спорт йүнәлешен үҙ иткән. Темәстән Алина Федорова үҙен тел оҫтәһы итеп танытты. Башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа 2018 йылдан алып һәр саҡ еңеүгә өлгәшеп килә. Сит телдәрҙән олимпиадала ла призлы урындар яулай. Ниғәмәттән Илдар Хәсәнов әкиәтһөйләргә лә, йырларға ла ярата. Йыр тигәндә, Буранбай һылыуы Вилиә Ҡотоева был өлкәлә юғары уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларҙың береһе. Вилиә патриотик йырҙар башҡарыусылар араһында район конкурсында икенсе урын алды, “Яҙғы тамсы” район конкурсында, “Башҡортостан таланттары” кеүек һәм башҡа конкурстарҙа призлы урындар алды.
Был уҡыусыларҙың һәр ҡайһыһы үҙ мәктәбенең генә түгел райондың ғорурлығы булып тора.
Ә бына райондың 61 уҡыусыһы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевтың махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән данлы йылда райондың 75 уҡыусыһы Республика Башлығы һәм район хакимиәте башлығының махсус бүләген алып һөйөндө. Артабан да был уҡыусылар яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеп, райондың намыҫын яҡлап йөрөр, тип ышанабыҙ.
Эльмира Кейекҡужина.
Читайте нас: