Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Декабрь 2020, 00:00

Алдынғы тәжрибә - уртаҡ хазина

Баймаҡ балалар ижады үҙәгендә үҙ эшенә ҡараған тәжрибәле педагогтар эшләй. Улар үҙҙәренең һөнәри оҫталығын даими рәүештә камиллаштырып, төрлө семинарҙар, практик дәрестәр үткәрә.

Баймаҡ балалар ижады үҙәгендә үҙ эшенә ҡараған тәжрибәле педагогтар эшләй. Улар үҙҙәренең һөнәри оҫталығын даими рәүештә камиллаштырып, төрлө семинарҙар, практик дәрестәр үткәрә. Үткән аҙнала фольклор берекмәһе педагогтарының онлайн форматта сираттағы семинары уҙҙы. Ул “Белем биреүҙә педагогтың оҫталығы” темаһына арналды. Семинар-кәңәшмә эшлекле шарттарҙа барҙы һ!м файҙалы булды. Һәр педагог төрлө темаға арнап, оҫталыҡ дәресе күрһәтте, тәжрибә уртаҡлашты. “Балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә тиҙәйткестәрҙең роле” (А.В. Дәүләтшина), "Ҡалаҡтар менән уйнау ысулдары" (Б.К. Торсонбаева), "Баян серҙәренә өйрәтеү" (А.М. Ишйәров), "Ҡулдар, аяҡтар менән ритмды тойоу" (А.С. Әхмәтова), "Ағас ҡумыҙҙа уйнау һәм имитация" (Р.А. Халиҡова), "Балаларҙы бишек йырҙары аша тәрбиәләү" (Р.С.Иҙелбаева).
Педагогтар бер-береһе менән тәжрибә яңы бурыстар ҡуйҙы. Р. С. Иҙелбаева, Балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы.
Читайте нас: