Һаҡмар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Ноябрь 2020, 22:35

«Иң яҡшы педагог - 2020» район бәйгеһе тамамланды

Быйыл унда 7 педагог көсөн һынаны. Беҙҙең Иҫке Сибайҙан “Сулпылар” балалар баҡсаһынан физик тәрбиә инструкторы Альмира Самат ҡыҙы Низамова ҡатнашты.

17 ноябрҙә Баймаҡ районының мәғариф бүлеге залында «Иң яҡшы педагог -2020» район бәйгеһенең ябыу һәм бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Быйыл унда 7 педагог көсөн һынаны. Беҙҙең Иҫке Сибайҙан “Сулпылар” балалар баҡсаһынан физик тәрбиә инструкторы Альмира Самат ҡыҙы Низамова ҡатнашты. Тәүге этапта балалар баҡсаһы педагогтарының сайттарын тикшерҙеләр. Бөгөнгө заманда һәр кемдең үҙ сайты булыуы, яңы заман технологиялары менән оҫта эш итә белеүе зарур.
Икенсе этапата Zoom платформаһы аша балалар менән белем биреү эшмәкәрлеге күрһәтелде. Ике этапты ла уңышлы тамамландан һуң оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Унда ҡатнашыу мәлендә педагогтарҙың алдынғы ҡарашлы, тәрән фекерләй белеүе лә иғтибарға алынды. Тап шундайҙар призлы урындарға лайыҡ була ла инде. Ошо бәйгеләрҙә һынатмай, Альмира Самат ҡыҙы 3-сө урынға лайыҡ булды.
Еңеүсебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да хеҙмәтеңдең емештәрен татып, ырыҫлы эшләргә яҙһын тигән теләктә ҡалабыҙ!
Гөлшат Тулыбаева.
Читайте нас в