Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Ноябрь 2020, 14:50

Ҡурҡытыу ҡоралы ... ЕГЭ

Туғыҙынсы класҡа еткәс: “Балағыҙ ЕГЭ-ны тапшыра алмаясаҡ, китһен мәктәптән”,-тигән һүҙҙәрҙе күпме ата-әсә ишетте һәм ишетә икән? Бала шул имтихандарҙы бирә алыусылар рәтенә инһә – кеше, инмәһә үҙенә үҫмер сағынан ҡул һелтәргә тейеш буламы?..

Әхирәтемдең ҡыҙы мәктәпкә ҙур теләк менән барҙы. Мәктәп формаһын ҡырҡ мәртәбә кейеп ҡарап, сумкаһына ручка-ҡәләм, дәфтәрҙәрен һалып алып ашҡынып йөрөнө. Беренсе класта уҡый башлағас та, “Уҡытыусы апай матур ғына, ул беҙгә ошолай ултырырға ҡуша” йәки “Малайҙар уҡытыусы апайҙы тыңламай, ә беҙ тыңлайбыҙ”, “Тәмле генә бутҡа бирҙеләр, әсәй, һин ундайҙы бешерә белмәйһең, беҙгә әҙерләгәнең юҡ”,-тип көлдөрөп ала торғайны.

Өсөнсө класҡа еткәс, ҡыҙсыҡтың кәйефе ҡырыла башланы. Әсәһе: ”Ошо бәп-бәләкәс бала туғыҙынсы, ун беренсе кластан һуң бирергә тейешле имтихандарҙан ҡурҡа. “Әсәй, ОГЭ менән ЕГЭ-ны бирә алмаһам, мин нимә эшләйем инде?”,-тип бошона. Әллә ҡасан була торған имтихандарҙан ҡурҡыр сағымы һуң баланың?!”-тине.

Ысынлап та, берҙәм дәүләт имтихандарының барлыҡҡа килеүе мәктәпге тормошҡа ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Үкенескә, күпселек осраҡта был кире үҙгәрештәр. Бында район, республика мәғариф системаһының да, уҡытыусыларҙың да ғәйебе юҡ. Тотош Рәсәй буйынса ҡабул ителгән “огэ, егэлар” бәләкәй кластан балалар ҡурҡҡан “бапаҡтарға” әйләнде.

Ошо үҙгәрештәргә тиклем тапшырған имтихандарҙы иҫкә төшөрһәң, “ни тиклем бәхетле булғанбыҙ” тигән уй килә. Уҡытыусылар һинең менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшә, әйтеп еткерә алмаған, йә онотҡан-белмәгән нәмәңде әйтеп ебәрә. Ә инде юғары кластарҙа тапшырған имтихандар ваҡытында әсәйҙәр мәктәп ашханаһында сәй әҙерләй, тәнәфескә сығып, яҡын кешеңдән көс алып (йәшерен-батырыны юҡ, белмәгәнеңде һорап), ҡалған эшеңде яҙып, тапшырып ҡуяһың.

Хәҙерге мәктәптәргә күҙ һалһаң, уҡытыусылар туҡтауһыҙ ниндәйҙер ҡағыҙҙар тултыра. Уларҙың балалар менән йәнле аралашыуға ваҡыты ла ҡалмай, шикелле. Ә ҡағыҙҙарҙы тултырмаһа, уның эше күренмәй йә бөтөнләй эшләмәгән булып һанала. Балаларға беренсе кластан ошо “огэ, егэлар” тураһында тылҡыйбыҙ, “уҡымаһаң, уларҙы тапшыра алмайһың!” тип ҡурҡытабыҙ. Мәктәптә – уҡытыусы, өйҙә ата-әсә туҡтауһыҙ тылҡый был хаҡта. Һөҙөмтәлә бала мәктәпкә белем алыу, үҙе өсөн асыштар яһау, буласаҡ һөнәрен билдәләү өсөн түгел, ә “огэ, егэлар”ҙы тапшырыу маҡсаты менән генә йөрөй башлай. Туғыҙынсы класҡа еткәс: “Балағыҙ ЕГЭ-ны тапшыра алмаясаҡ, китһен мәктәптән”,-тигән һүҙҙәрҙе күпме ата-әсә ишетте һәм ишетә икән? Бала шул имтихандарҙы бирә алыусылар рәтенә инһә – кеше, инмәһә үҙенә үҫмер сағынан ҡул һелтәргә тейеш буламы? Беҙ уҡыған йылдарҙа кешелеклелек сифаттары беренсе урынға ҡуйылды. Ололар менән һаулыҡ һорашыу, уларға автобуста урын биреү, ярҙамлашыу, артта ҡалған иптәштәреңә ярҙам итеү... Ә хәҙер? Ҡайһы бер уҡытыусыларҙың: “Артта ҡалғандарҙы һөйрәргә ваҡытым юҡ!”-тигәненә зарлана ата-әсәләр. Ышанам, юҡтыр ваҡыттары уҡытыусыларҙың. Сөнки хәҙерге мәктәп программаһы шул тиклем ҡатмарлаштырылған, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе лә ауыр итеп, икенсе төрлөсә еткерәләр, өҫтәүенә, баяғы әйтеп үткән ҡағыҙҙарҙы тултырыу.

Дистанцион уҡыу ваҡытында балалар күпкә яҡшы уҡый башланы”,-тип яңғыраттылар бер республика кәңәшмәһендә. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың гаджеттар аша тырышып уҡый башлағаны ышанмаҫлыҡ хәл. Сөнки был осорҙа “удаленкала” ултырған ата-әсәләр балалары өсөн мәсьәлә лә систе, инша ла яҙҙы, хатта һүрәттәрен дә төшөрөп бирҙе. Ә бына 1 сентябрҙә мәктәпкә барғас күп уҡытыусылар балаларҙың белгәнен дә онотоп бөтөп, тамам наҙан булып килеүенә зарланды. Быныһы инде хаҡ һүҙҙәр.

Әлбиттә, гел яҡшы билдәләргә уҡыған. “огэ, егэлар”ҙы көнбағыш кеүек сирткән һәләтле балаларыбыҙ ҙа бар. Тәбиғи һәләтме уларҙың, йә ата-әсәнең ныҡлы тәрбиәһеме (шунһыҙ ҙа булмай), әммә улар күпселекте тәшкил итмәй шул. Уҡытыу, имтихан тапшырыу системаһы үҙгәреп, элекке кеүек ныҡлы хеҙмәт тәрбиәһе ҡайтыуы (хәҙер ҡыҙҙар – йыуғыс, малайҙар көрәк тә тота белмәй) мөһимдер. Был, үкенескә ҡаршы, республика мәғариф министрлығының көсөндә түгел. Имтихандарҙы “угадайка” кеүек тапшырғандан һуң барлыҡҡа килгән ҡайһы бер белгестәрҙең файҙаһыҙлығын күргәс, бәлки, ил буйынса уҡытыу системаһы һөҙөмтәле яңырыу кисерер.

Әлегә балаларҙы “огэ, егэлар” менән ҡурҡытмаҫҡа, ә уларҙы тапшыра алыу мөһим икәнлеген, әммә “икеле” алһаң да, ер шары әйләнеүенән туҡтамауын, имтихандарҙы яңынан тапшырырға мөмкинселек бирелеүен, иң мөһиме һәр осраҡта тәү сиратта – КЕШЕ булып ҡалыу мөһимлеген аңлатырға кәрәктер.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Читайте нас: