Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Октябрь 2020, 00:53

14-се мәктәп "зәңгәр яғыулыҡҡа" тоташтырылды

Баймаҡ районында ауылда тәбиғи газ булып та, уға тоташтырылмаған мәктәп ҡалманы

Тантана уңайы менән уларҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Динар Хисмәтуллин, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин, Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Фуат Сәйетов, Таулыҡай мәктәбе директоры Салихов килде.
- Районда тәбиғи газ үткән барлыҡ ауылдарҙа ла мәктәптәр “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды, Сыңғыҙ – 14-сеһе, - тине Илдус Зәйнуллин. – Быға ҡәҙәр мәктәпте йылытыуға йылына 500 кубометр утын китә ине. Хәҙер тәбиғи газ күп кенә мәшәҡәттәрҙән ҡотҡара, уңайлыҡтар тыуҙыра. Районда газ селтәре һуҙыу дауам итә, тимәк, алда беҙҙең өсөн тағы ла һөйөнөслө мәшәҡәттәр күп буласаҡ. Уҡыусылар уңайлы шарттар тыуҙырылған белем усаҡтарында уҡырға тейеш.
Мәғәриф бүлеге начальнигының һүҙен йөпләп, Динар Хисмәтуллин: “Ауылда тәбиғи газ булып та, уға тоташтырылмаған мәктәптәр ҡалманы, - тине. – Республиканың суверенитет яулауының 30 йыл, Баймаҡ ҡалаһының ойошторолоуына 90 йыл тулыу уңайы менән, Сыңғыҙ ауылында ла бөгөн тарихҡа инеп ҡаласаҡ оло ваҡиға тантана итә.”
Артабан сарала мәктәпте тәбиғи газға тоташтырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүселәргә район хакимиәтенең һәм мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ысынлап та, сыңғыҙҙар был шатлыҡты йырҙарға һалып, рәхмәттәрен белдерҙе. Ауылдың ағинәйҙәре һәм мәктәп коллективының ҡатын-ҡыҙҙар ансамблдәре, уҡыусылар сарала ҡатнашыусыларға матур концерт номерҙары бүләк итте.
Хөсәйен Әхмәтов исемен йөрөткән Сыңғыҙ мәктәбе – киң билдәле шәхестәр тәрбиәләгән белем усағы. Композитор, йырсы Хөсәйен Әхмәтов, тарих фәндәре кандидаты Әнүәр Әсмәндиәров, яҙыусы, тарихсы Рамаҙан Үтәғолов, бейеү алиһәһе Рәшиҙә Туйсина, композитор Нәбиулла Мөстәҡимов, яҙыусы Әхмәр Үтәбаев, билдәле йырсылар Радмир һәм Рәмил Туйсиндар, Флүрә Аллаярова һәм башҡалар Сыңғыҙ ауылының ғына түгел райондың һәм республиканың оло ғорурлығы.
- Мәктәп тормошонда ауылдан ситтә ҡалған бер генә кеше лә юҡ, - тип шатлығы менән уртаҡлашты мәктәп филиалы директоры Рәйлә Солтангилдина. – Уҙған йылда “Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашып, мәктәпкә евротәҙрәләр ҡуйҙыртыуға өлгәштек. Йылы бәҙрәф булдырылды. Ашхана 1-се ҡатҡа күсерелде. “Зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу тантанаһы менән урындағы эшҡыуарҙар тәҙрәләргә гардин һәм түл бүләк итте. Уҙған барлыҡ сараларҙа ла ауылдаштарыбыҙҙың ярҙамын тоябыҙ. Ленин исемендәге колхоз да һәр саҡ булышлыҡ итергә әҙер. Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр бер команда булып эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ. Шунлыҡтан мәктәп уҡыусыларының да уңыштары беҙҙе һөйөндөрә.
Сыңғыҙ уҡыусыларының яңы ҡаҙаныштары беҙҙе һөйөндөрөр әле, тип ышанабыҙ!
Читайте нас: