Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2020, 11:55

Башҡорт телен белеүселәргә – сертификат

Радий Хәбиров: "Туған телде бала саҡтан өйрәнә башларға кәрәк". #Башҡорттеле2020#БашҡорттелеФорум#ФорумБашкирскогоязыка#Телебеҙҙеһаҡлайыҡ

Башҡортостан Республика Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районында уҙған башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара форумында, инглиз теле буйынса бирелә торған кеүек үк, башҡорт телен өйрәнеүгә лә сертификат бирергә кәрәк, тигән тәҡдимен индерҙе.
Мәғариф һәм фән министрлығына был һорауҙы өйрәнергә, сертификатҡа эйә булғандарға, мәҫәлән, муниципаль йәки дәүләт власы органдарына эшкә алғанда уларға өҫтөнлөк биреү мәсьәләһен ҡарарға ҡушылды.
Радий Хәбиров: “Туған телде бала саҡтан, балалар баҡсаһында ла өйрәнә башлар кәрәк. Бының өсөн урындарҙа шарттар тыуҙырыу мотлаҡ”, - тип белдерҙе.
Республикала “Туған телгә өйрәтеү буйынса иң яҡшы тәрбиәсе” республика конкурсын ойоштороу идеяһын хупланы.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: