Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Август 2020, 19:15

УҠЫЙБЫҘ!

Тантаналы линейкаға тик 1-се, 9-сы, 11-се класс уҡыусылары ғына йыйыла. Улар өсөн дә линейка айырым-айырым үткәрелә. Йәғни, тәүҙә 1-се класс өсөн, унан 9-сы, артабан 11-се кластар өсөн. 1-се класҡа килгән балаларҙың ата-әсәһе тантанаға килә ала. Мотлаҡ битлек режимсын күҙәтергә кәрәк. Тик ата-әсәләр мәктәптең эсенә индерелмәйәсәк. Ҡалған кластар өсөн Белем көнө онлайн режимында үтәсәк. 2 сентябрҙә бар балалар мәктәпкә уҡырға килә. Кем, нисәнән һәм ҡайһы ишектән инәсәген уҡытыусылар онлайн режимында үткән ата-әсәләр йыйылышында аңлата. Әгәр баланың, уҡытыусының йә мәктәптә эшләгән башҡа хеҙмәткәрҙең тән температураһы 37.1 булһа, ул мәктәпкә индерелмәйәсәк. Әгәр баланың температураһы мәктәптә күтәрелһә, был хаҡта шунда уҡ ата-әсәгә еткерелә. Был мәғлүмәт ике сәғәт эсендә Роспотребнадзорҙа ла була. 1-се һәм һуңғы курс студенттары 1 сентябрҙә уҡыу йортоноң үҙендә белем ала башлай. Ҡалған курстар әлегә 1 ноябргә тиклем онлайн-режимда уҡый.

Иртәгә, йәғни, 1 сентябрҙә уҡый башлайбыҙ. Әммә мәктәп уҡыусылары, студенттар өсөн ҡайһы бер үҙгәрештәр ҙә бар. Тантаналы линейкаға тик 1-се, 9-сы, 11-се класс уҡыусылары ғына йыйыла. Улар өсөн дә линейка айырым-айырым үткәрелә. Йәғни, тәүҙә 1-се класс өсөн, унан 9-сы, артабан 11-се кластар өсөн.

1-се класҡа килгән балаларҙың ата-әсәһе тантанаға килә ала. Мотлаҡ битлек режимсын күҙәтергә кәрәк. Тик ата-әсәләр мәктәптең эсенә индерелмәйәсәк.

Ҡалған кластар өсөн Белем көнө онлайн режимында үтәсәк. 2 сентябрҙә бар балалар мәктәпкә уҡырға килә. Кем, нисәнән һәм ҡайһы ишектән инәсәген уҡытыусылар онлайн режимында үткән ата-әсәләр йыйылышында аңлата.

Коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн бар дезинфекция саралары күреләсәк. Тәүге сиректә уҡытыусыларға балаларҙы таҡтаға сығарырға кәңәш ителмәй. Уҡыусы таҡта янына сыҡҡанда, уҡытыусы битлектә булырға тейеш.

Әгәр баланың, уҡытыусының йә мәктәптә эшләгән башҡа хеҙмәткәрҙең тән температураһы 37.1 булһа, ул мәктәпкә индерелмәйәсәк. Әгәр баланың температураһы мәктәптә күтәрелһә, был хаҡта шунда уҡ ата-әсәгә еткерелә. Был мәғлүмәт ике сәғәт эсендә Роспотребнадзорҙа ла була.

1-се һәм һуңғы курс студенттары 1 сентябрҙә уҡыу йортоноң үҙендә белем ала башлай. Ҡалған курстар 1 ноябргә тиклем онлайн-режимда уҡый.

Әгәр уҡыу учреждениеһында коронавирус осрағы табылһа, ауырыу менән бәйләнешкә ингән бар кешеләр билдәләнәсәк. Әгәр был осраҡ бер класта ғына булһа, ошо класс карантинға китә. Ауырыу ныҡ таралған осраҡта бер нисә класс, хатта уҡыу йорто ябылыуы ихтимал.

Шулай ҙа яңы уҡыу йылы уңышлы булыр, балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа һау-сәләмәт булыр, мәктәптәр, уҡыу йорттары яңы уңыштарға, ҙур еңеүҙәргә өлгәшер, тип ышанабыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Читайте нас: