Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2020, 16:35

“1 сентябрҙән барлыҡ мәғариф учреждениелары традицион формала эшләй башлаясаҡ”

...Аралашыуҙы сикләү өсөн балалар дәрескә ике ағымға бүленеп киләсәк. Иртән һәм төштән һуң уҡыуҙар күҙаллана. Тәүгеләре, йәғни 1-4-се, 9-сы, 11-се кластар 8.00 сәғәттә уҡый башлай. Ҡалғандар (5-8-се, 10-сы класс уҡыусылары) 12.00 сәғәттә мәктәпкә килә. Технология, информатика, физика, химия һәм физкультуранан тыш дәрестәр бер кабинетта ғына үтә. Шулай уҡ тәүге сиректә уҡыусылар таҡта янына саҡырылмай. Был башланғыс класс уҡыусыларына һәм мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ҡағылмай. Шуныһы һөйөнөслө, кластар бүленмәйәсәк. Дәрестәр оҙонлоғо – 35 минут.(Ҡағиҙәләр тураһында тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Тиҙҙән 1 сентябрь – Белем байрамы етә. Быйылғы яңы уҡыу йылын айырыуса тулҡынланыу менән көтәбеҙ. Сөнки уҙған йыл уҡыусылар ни бары өс сирек кенә парта артында ултырыу бәхетенә өлгәште. Көҙ яҡынлашҡан һайын һәммәбеҙ: “Балалар мәктәпкә йөрөрмө әллә онлайн уҡырмы?” – тип уйланды.
Эйе, уҡыусылар ҙа, уҡытыусыларҙа бер-береһен һағынып өлгөрҙө. Яңы уҡыу йылы ниндәй яңылыҡтар алып килер? Мәктәптәр балаларҙы ҡабул итергә әҙерме? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән райондың мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Әдиф улы Зәйнуллинға мөрәжәғәт иттек.
– Илдус Әдиф улы, яңы уҡыу йылына мәктәптәр уҡыусыларҙы ҡаршы алырға әҙерме?
– Әҙер, әлбиттә. Быйыл белем биреү учреждениеларында сифатлы ремонт эштәре атҡарылды. Уҙған ике йылда 13 мәктәп газ менән йылытыуға күсте. Яңы уҡыу йылында Сыңғыҙ мәктәбе был исемлекте тулыландырасаҡ. Аҡморон мәктәбенең спорт залына капиталь ремонт эшләнде. Үрге Мәмбәт мәктәбендә тәҙрәләр алмаштырылды, үҙ ҡаҙанлығы булдырылды. Байым мәктәбенә капиталь ремонт эшләнде. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы һуңғы өс йылда 30 мәктәптә тәҙрәләр ремонтланды йә яңыртылды. Шулай уҡ “Ауыл ерлегендә спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу” федераль программаһы буйынса һуңғы йылдарҙа 8 мәктәптә спорт залдары ремонтланды. “Уңайлы мөхит” программаһы шарттары “Әкиәт” һәм “Йондоҙло” балалар баҡсалары, Беренсе Этҡол һәм Түбә мәктәптәрендә булдырылды. Ишбирҙе, Үрге Таулыҡай, Беренсе Этҡол мәктәптәренең, Урғаҙаның “Гөлнәзирә”, Темәстең “Йәйғор” балалар баҡсаларының ҡыйығы яңыртылды. Әле Иҫке Сибай ауылында 375 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлә. Ҡалалағы “Хоҡуҡ йортон” реконструкциялау проекты дәүләт экспертизаһына бирелде. Унда өҫтәмә белем биреү учреждениелары урынлашасаҡ. “Граф күле” балалар лагерында 2 корпусты проектлау эштәре алып барыла.
– Берҙәм дәүләт имтихандары нисек үтте?
– Быйыл районда БДИ-ны юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләгән 200 уҡыусы бирҙе. Шуларҙың 37-һе рус теленән, профилле математиканан, географиянан, химиянан, биологиянан, физиканан, тарихтан, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән һәм инглиз теленән юғары балл йыйҙы. Әйткәндәй, был уҡыусыларҙың 14-е 4-се лицейҙың сығарылыш уҡыусылары. Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм географиянан имтихан һөҙөмтәләре хатта республика күрһәткестәренән юғары. БДИ биргәндәр араһында 81 һәм унан да юғарыраҡ балл йыйғандар һаны 5 процентҡа артты. Бында йыл дауамында үткәрелгән әҙерлек семинарҙары, уҡытыусылар өсөн консультациялар, имтихан репетициялары ла үҙ ролен уйнамай ҡалмағандыр. Апрель-майҙа сығарылыш уҡыусылары шулай уҡ республика эксперттары менән берлектә үткәрелгән онлайн консультацияларҙа ҡатнашты. Унан 26 июнгә тиклем шундай уҡ консультацияларҙы райондың тәжрибәле уҡытыусылары үткәрҙе.
– Хәҙер инде электрон һәм дистанцион уҡыу менән һәммәбеҙ ҙә яҡындан танышбыҙ...
– Эйе, бөгөнгө көн яңы уҡыу алымын талап итә. Район мәктәптәрендә 46 компьютер класы бар. Әле белем биреү учреждениеларында 6 интерактив комплекс, 136 интерактив таҡта, 270 мультимедиа проекторҙары һ.б. ҡоролмалар бар. Район уҡытыусыларының 91 проценты махсус ноутбуктар йөрөтә. Яңы уҡыу йылында йәнә лә яңы ҡоролмалар килеүе көтөлә. 54 дөйөм белем биреү учреждениеһы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған. Ҡалған 9 башланғыс мәктәп 2021 йылдың аҙағына тиклем интернетҡа тоташтырылып бөтәсәк. Һанлы иҡтисад үҫешкән мәлдә мәктәптәрҙә электрон көндәлек, журнал системаһы индерелде. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә ашхана өсөн дә ҡулаҡсаһыҙ түләү ҡулланыла. 6 апрелдән пандемия арҡылы райондың барлыҡ белем биреү учреждениелары ла дистанцион уҡыуға күсте. Уҡыу барышы бер нисә йүнәлештә алып барылды. “Мәғариф” берҙәм мәғлүмәт системаһында дистанцион әүҙемлек күҙәтелде. Ата-әсәләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Улар өсөн махсус брифингтар үткәрелде. Йәй көнө онлайн лагерҙар ойошторолдо. Был турала гәзит биттәрендә яҡтыртылды. Балалар үҙ аллы шөғөлләнеүҙең дә яҡшы яҡтарын күрһәтә алды.
Шуныһы ҡыуаныслы, ҡайһы бер райондар менән сағыштырғанда, беҙҙең районда дистанцион уҡытыу кимәле юғарыраҡ булды. Онлайн-дәрестәргә уҡыусыларҙың 83 проценты ҡушылды. Ошо уңайҙан эште юғары кимәлдә алып барған өсөн уҡытыусыларға, балаларына ярҙам иткән ата-әсәләргә һәм дә тырышып уҡыған уҡыусыларға рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Тырышлыҡ бушҡа китмәне. Һөҙөмтәләр насар булманы.
– Быйыл кадрҙар мәсьәләһе нисек ҡуйылған?
– Мәктәптәрҙә 608 юғары белемле, 234 – юғары категориялы, 318 – беренсе категориялы уҡытыусы бар. Былтырғы уҡыу йылында 10 йәш белгес хеҙмәт юлын мәктәптә башланы. 2020-2021 уҡыу йылында 2-се мәктәптә һәм Темәстә математика уҡытыусылары “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса эшләй башлаясаҡ. Әле математика, физика, биология, информатика, инглиз теле, рус теле уҡытыусылары талап ителә.
– Ағымдағы йыл – Башҡорт теле йылы, тип иғлан ителгәйне. Районда ул бик матур ғына башланып киткәйне...
– Эйе, Башҡорт теле йылына айырыуса иғтибар бүленә. “Телен белгән генә илен белер” исемле эстафета мәктәптән-мәктәпкә тапшырылып килде. Пандемия шарттарында ул бер аҙ туҡтап ҡалды. Әммә йыл әле тамамланмаған. Был юҫыҡта планға ярашлы төрлө саралар үткәреләсәк. Балалар үҙенең телен, тарихын һәм мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш.
– Башланғыс класс уҡыусылары бушлай туҡлана башлаясаҡ, тигән яңылыҡты күптәр шатланып ҡабул иткән ине...
– Эйе, башланғыс класс уҡыусылары өсөн яңы уҡыу йылынан иртәнге ашты бушлай ашатыу ойошторола. Ә бына һаулығы сикләнгән балалар йәнә лә төшкө аш менән дә тәьмин ителә. Бала төрлө сәбәп-тәр менән мәктәпкә килмәгән саҡтарҙа эҫе аш ҡоро паек менән алмаштырылмаясаҡ.
– Республика педагогтарының август кәңәшмәһе өмөттәрҙе аҡланымы?
– Быйыл мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе “Белем биреүҙе һанлы трансформациялау – традицион белем биреүҙең перспективалары һәм яңы мөмкинлектәре” тип аталды. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл дискуссия майҙансыҡтары онлайн режимда үтте. Пленар ултырыштың тәүгеһе федераль һәм республика дәүләт органдары вәкилдәре, мәғариф бүлектәре етәкселәре, бүләкләнгәндәр өсөн айырым үткәрелде. Ә бына район хакимиәте вәкилдәре, мәғариф бүлеге методистары, ата-әсәләр, йәмәғәт хеҙмәткәрҙәре, киң матбуғат саралары өсөн онлайн режимда трансляция ойошторолдо.
– 1 сентябргә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Уҡыусыларҙы ниндәй яңылыҡтар көтә?
– 1 сентябрҙән барлыҡ мәғариф учреждениелары традицион формала эшләй башлаясаҡ. Ләкин санитар-эпидемиологик нормаларҙы ҡәтғи үтәргә кәрәк буласаҡ. Ишектән ингән ерҙә уҡыусыларҙың тән температураһы үлсәнә, ҡулдары эшкәртелә. Мәктәптәрҙә дезинфекция үткәреләсәк. Социаль дистанция һаҡланырға тейеш. Уҡытыусылар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре битлектә һәм бирсәткәлә булырға тейеш, ә уҡыусыларға мотлаҡ түгел. Аралашыуҙы сикләү өсөн балалар дәрескә ике ағымға бүленеп киләсәк. Иртән һәм төштән һуң уҡыуҙар күҙаллана. Тәүгеләре, йәғни 1-4-се, 9-сы, 11-се кластар 8.00 сәғәттә уҡый башлай. Ҡалғандар (5-8-се, 10-сы класс уҡыусылары) 12.00 сәғәттә мәктәпкә килә. Технология, информатика, физика, химия һәм физкультуранан тыш дәрестәр бер кабинетта ғына үтә. Шулай уҡ тәүге сиректә уҡыусылар таҡта янына саҡырылмай. Был башланғыс класс уҡыусыларына һәм мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ҡағылмай. Шуныһы һөйөнөслө, кластар бүленмәйәсәк. Дәрестәр оҙонлоғо – 35 минут. Ашханаға барыу махсус график менән атҡарыла. Мәктәптәрҙең ябылыуына һәм коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн был санитар-эпидемиологик нормаларҙы теүәл үтәргә кәрәк була.
1 сентябрҙә мәктәптәрҙә 1-се, 9-сы һәм 11-се кластар өсөн генә тантаналы линейка үткәрелә. Артабан һуң уҡыусылар кабинеттарға тарала. Унда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй асыҡ онлайн-дәрес була. 2-8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары 1 сентябрҙә мәктәпкә бармай. Улар өсөн Белем байрамы онлайн рәүештә үтә. Беренсе дәресте Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәрә. 2 сентябрҙән бөтә уҡыусылар ҙа мәктәптә уҡый башлай.
– Алда беҙҙе район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе, яңы уҡыу йылы көтә.
– Быйыл ул 26 августа халыҡ ижады үҙәгендә үткәрелә. Уның темаһы – “Һанлы белем биреү шарттарында белем сифатын күтәреү”. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә быйыл “Сәскәләр байрамы” булмай. Ә бына өҫтәмә белем биреү учреждениеларының күргәҙмәһе тәҡдим ителә. Ул иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе һәм барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәрен етеп килгән Белем байрамы менән ҡотлайбыҙ. Уңыштар, йәнә лә юғарыраҡ һөҙөмтәләр теләйбеҙ.
Эльмира Кейеккужина әңгәмәләште.
Читайте нас: