Һаҡмар
+14 °С
Ясно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Мәғариф
21 Августа 2020, 21:15
Иҫке Сибай мәктәбенә - яңы автобус
Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә баймаҡтар өсөн һөйөнөслө яңылыҡ булды.
Иҫке Сибай мәктәбенә - яңы автобус
Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә баймаҡтар өсөн һөйөнөслө яңылыҡ булды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Иҫке Сибай мәктәбенә яңы автобустың асҡысын тапшырҙы. Автобус ГЛОНАСС спутник навигацияһы ҡоролмаһы һәм тахограф менән йыһазландырылған. Мәктәптең техник базаһын нығытыу урындағы күп кенә мәсьәләне хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Белеүегеҙсә, Иҫке Сибай мәктәбе авария хәлендә булғанлыҡтан, ябылғайны. Балалар әлегә Сибай ҡалаһына йөрөп уҡырға мәжбүр. Яңы мәктәп киләһе йылда ғына файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Яңы автобусҡа уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бик шат.
Баймаҡ районының 41 ауылынан 22 мәктәпкә уҡыусыларҙы йөрөтөп уҡытыу ойошторолған. Бының өсөн 34 мәктәп автобусы бар.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"