Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Август 2020, 13:10

Балалар мәктәптәрҙә бушлай туҡланасаҡ

Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә 224831 бала башланғыс кластарҙа уҡый. 1 сентябрҙән улар бушлай туҡлана башлаясаҡ. Был мөмкинлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы булдырыла.#ВладимирПутин

Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә 224831 бала башланғыс кластарҙа уҡый. 1 сентябрҙән улар бушлай туҡлана башлаясаҡ. Был мөмкинлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы булдырыла. Ошо маҡсаттан РФ бюджетынан 778 млн һум аҡса бүленгән. Быға тағы ла республиканан 106 млн һум аҡса өҫтәйәсәкбеҙ, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр өсөн дә ташламалар һаҡлана. Физик мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид-балалар иһә дәүләт иҫәбенә көнөнә ике тапҡыр бушлай туҡланасаҡ.

Читайте нас: