Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Июль 2020, 10:46

Тәүге нигеҙ ташы һалынды!

Мәғлүм булыуынса, Иҫке Сибайҙа 1977 йылда төҙөлгән мәктәп авария хәлендә булыу сәбәпле ябылғас, балалар урындағы мәҙәниәт йортонда, балалар баҡсаһында һәм Сибай ҡалаһына йөрөп уҡый. Ниһайәт, быйыл май айында элекке мәктәп урынында эштәр башлана: иҫке бинаны һүтелә, яңы объект төҙөү өсөн урын әҙерләнә, төҙөлөш материалды килтерелә.

Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп төҙөүгә фатиха бирелде

Шаршамбы көнө Иҫке Сибайҙың ғына түгел, ә райондың социаль-иҡтисади тормошонда иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды – ауылда өр-яңы мәктәп төҙөлөшөнә старт бирелде. Мөһабәт объекттың тәүге нигеҙ ташын һалыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, БР Капиталь төҙөлөш идаралығының объекттар төҙөү һәм реконструкциялау буйынса начальник урынбаҫары Инна Иҡсанова, “Империя” төҙөлөш компанияһының генераль директоры Ридат Исламшин, мәктәп коллективы, ата-әсәләр һәм йәмәғәтселек ҡатнашты.
Мәғлүм булыуынса, Иҫке Сибайҙа 1977 йылда төҙөлгән мәктәп авария хәлендә булыу сәбәпле ябылғас, балалар урындағы мәҙәниәт йортонда, балалар баҡсаһында һәм Сибай ҡалаһына йөрөп уҡый. Ниһайәт, быйыл май айында элекке мәктәп урынында эштәр башлана: иҫке бинаны һүтелә, яңы объект төҙөү өсөн урын әҙерләнә, төҙөлөш материалды килтерелә.
Объекттың дәүләт заказсыһы булып БР Капиталь төҙөлөш идаралығы сығыш яһай, генподрядсы - “Империя” ЯСЙ-һы. Проектҡа ярашлы, яңы мәктәп элеккеһенә ҡарағанда ҙурыраҡ буласаҡ. Объекттың дөйөм майҙаны 8 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Класс кабинеттарынан тыш, спорт залы, ашхана һәм ярҙамсы биналар, ҙур актовый зал һәм модулле ҡаҙанлыҡ урынлашасаҡ. Ял зонаһында иһә хәрәкәтле уйындар өсөн – өс, тыныс ял итеү өсөн ике майҙансыҡ була. Физкультура-спорт зонаһында ике баскетбол, шулай уҡ волейбол һәм еңел атлетика майҙансыҡтары, футбол майҙаны төҙөләсәк.
-Бынан йыл ярым элек беҙ ошо урында – элекке мәктәптә ата-әсәләр, мәктәп коллективы менән осрашып, бина авария хәлендә булып сәбәпле балаларҙы төрлө урында уҡытыу, шул иҫәптән Сибайға йөрөтөү мәсьәләһен күтәргәйнек, - тип билдәләне үҙенең тәбрикләү сығышында Айбулат Вәкил улы, - шуныһы һөйөнөслө, барыһы ла беҙҙе аңлап ҡабул итте, шуның өсөн һеҙгә рәхмәтемде белдерәм. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп төҙөүгә баштан уҡ етди иғтибар бүлде һәм бөгөн бында эштәр киң ҡолас ала. Район хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы объектты төҙөүгә бәйле мәсьәләләрҙә ҙур ярҙам күрһәтә.
Ғөмүмән, яңы мәктәпте киләһе йылдың 1 сентябренә файҙаланыуға тапшырыу күҙ уңында тотола. Хәйерле сәғәттә!
-Иҫке Сибайҙа мәктәп төҙөү район хакимиәтенең иң мөһим мәсьәләләренең береһе булды, - тине тантанала сығыш яһап Фәнис Ғәбрәшит улы, - һәм республика етәкселегенең ярҙамы менән яңы объект өсөн аҡса бүленде. Бөтә район һәм Иҫке Сибай ауылы халҡы исеменән Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, республика Хөкүмәтенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Төҙөлөш компанияһы яуаплы бурысты атҡарып сығыр һәм 2021 йылдың яңы уҡыу йылына заманса матур, барлыҡ уңайлыҡтары булған мәктәп үҙ ишектәрен асыр, тип ышанам.
Иҫке Сибай ауылы халҡын, уҡытыусыларҙы И. Иҡсанова һәм Р. Исламшин да ихлас тәбрикләне. Мәғариф ветераны, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, элекке мәктәп директоры, абруйлы аҡһаҡал Сәғәҙәт Ишбирҙин республика, район етәкселегенә ошондай ярҙам-хәстәрлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Мәктәп төҙөлөшөнә тәүге нигеҙ ташын һалыу хоҡуғы БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа, райондың мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллинға һәм мәктәп директоры Салих Рафиҡовҡа бирелде.
Киләһе йылда арҙаҡлы шәхестәре, иҫ киткес бай тарихы менән дан тотҡан Иҫке Сибай ауылында тирә-яҡта тиңе булмаған мөһабәт белем усағы ҡалып сығыр, ул районыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ өсөн лайыҡлы алмаш тәрбиәләр, тип ышанайыҡ. Шулай булыр ҙа!
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас: