Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Июль 2020, 03:05

Сығарылыш кисәләре үткәрелмәйәсәк

Пандемияның ҡотороуын һәм уҡытыусылар коллективының, уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һаулығын күҙ уңында тотоп, беҙҙең районда һәм ҡалала ла сығарылыш кисәләрен үткәрмәҫкә ҡарар ителде. Сөнки коронавирусҡа бәйле хәл төбәктә киҫкен булып ҡала һәм һаҡланыу сараларын бер нисек тә инҡар итергә ярамай.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан мәктәптәрендә сығарылыш кисәләрен үткәреү 25 июлгә билдәләнгәйне. Ошо хаҡта күптән түгел үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Айбулат Хажин шулай тип белдерҙе:
-Сығарылыш кисәләре үткәргән саҡта барлыҡ санэпидталаптар үтәлергә тейеш. Бындай күп кеше ҡатнашҡан саралар менән балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың коронавирус менән зарарланыуына юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Икенсенән, Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, сараларҙа 50-нән ашыу кеше ҡатнашырға тейеш түгел, тигән сикләү бар. Беҙ быны иҫәптә тотасаҡбыҙ. Өсөнсөнән, нисек кенә теләһәләр ҙә, сығарылыш класс уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәһенә мәҙәни урындар һәм йәмәғәт туҡланыуы урындарына бармауығыҙҙы һорайбыҙ. Бында битлек режимы ла, социаль дистанция ла үтәлмәйәсәк.
Республиканың күп ҡалаларында һәм райондарында, коронавирус инфекцияһының таралыу осраҡтары күбәйеү хәүефе менән бәйле, сығарылыш кисәләрен үткәреү тыйылған. Әйткәндәй, бындай тантаналар баш ҡалабыҙ Өфөлә лә уҙғарылмаясаҡ. Был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә әйтелде.
Пандемияның ҡотороуын һәм уҡытыусылар коллективының, уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һаулығын күҙ уңында тотоп, беҙҙең районда һәм ҡалала ла сығарылыш кисәләрен үткәрмәҫкә ҡарар ителде. Сөнки коронавирусҡа бәйле хәл төбәктә киҫкен булып ҡала һәм һаҡланыу сараларын бер нисек тә инҡар итергә ярамай.
А.Салауатов.
Читайте нас: