Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Июль 2020, 14:46

Яңы заман - онлайн заман!

Һәр яҙ һәм көҙ «SOTKA: 100-дневный воркаут» бушлай күнекмәләр программаһы старт ала. Һуңғы йыл мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был программала 72 илдең 1418 ҡалаһынан 0,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнашып та өлгөрҙө. Үкенескә күрә, хәҙер бындай күпләп халыҡ йыйған старт башҡаса булмаясаҡ. Күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, "сотка"ны һеҙ үҙ аллы, индивидуаль рәүештә теләгән ваҡытта башлай алаһығыҙ. Махсус мобиль ҡушымта аша, йәки интернет-сайттан программаны асып ҡарау ҙа етә.

Яңы коронавирус инфекцияһына (COVID-19) бәйле граждандар үҙизоляцияға китте, урамдағы күнекмә майҙансыҡтары ябылды. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы профилактика саралары булараҡ, һау-сәләмәт тормош алып барырға һәм спорт менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. Һау-сәләмәт булғанда кеше һәр төрлө инфекцияларға ҡаршы тора ала. Ә һау-сәләмәт режим - ул сәләмәт йоҡо, аҡһым, витаминдар һәм минераль матдәләр менән бай булған ризыҡ, физик әүҙемлек. Һәр көн физик күнекмәләр яһағанда организм физик һәм психиологик тигеҙлекле һаҡлап ҡала ала. Һаулыҡты нығытыу ҡорамалдарының береһе тип SOTKAны атарға мөмкин.

SOTKA: 100 көнлөк воркаут – күнекмәләргә яңы аяҡ баҫҡан, оҙайлы ялдан һуң йә травмалар алғандан һуң яңынан спортҡа ҡайтҡан кешеләр өсөн тәғәйенләнгән программа. Уның төп маҡсаты -- төрлө кимәлдәге кешеләр өсөн махсус күнекмәләр йыйылмаһы. Беҙ һеҙгә меңләгән сығанаҡтан (биология, химия һәм физика кеүек мәктәп дәреслектәренән алып сит ил ил фәнни журналдарына тиклем) мәғлүмәт тупланыҡ. Быларҙың барыһын да 100 көнлөк белем биреү курсында аңлайышлы итеп аңлатырға тырыштыҡ. Һеҙгә ни бары был белемде ҡулланыу ғына ҡала.

Бәғзе берәүҙәр беҙҙе конвейер менән сағыштыра. Баштан аҙаҡҡа тиклем курс үткәндәрҙең һөҙөмтәһе оҡшаш, хатта бер төрлө тип әйтһәк тә була. Барыһының да һомғол кәүҙәһе, көс күрһәткесе үҫешкән һәм... тирә-йүндәгеләрҙән бөтмәҫ комплименттар! Егеттәргә -- ҡыҙҙар, ҡыҙҙарға егеттәр иғтибары арта. Яҡшы күңелле, матур тормош алып бара башлайҙар.

Күреүегеҙсә, был ябай ғына күнекмәләр түгел. Был тормош мәғәнәһе, фекерләү ысулы, фәлсәфә... Шуға ла һәр йыл һайын беҙ арта барабыҙ. Һәр яңы уңыш яңы кешеләр алып килә.

Программа 100 көнгә иҫәпләнгән. Һәр көн һеҙҙең иғтибарға файҙалы яңы мәғлүмәттәр (видео + текст) тәҡдим ителә. Һеҙ төп күнегеүҙәрҙән торған күнекмәләр комплексын үтәргә тейеш булаһығыҙ. Программа үҙенсәлеге шунда, уны йәшенә, енесенә, физик әҙерлеге кимәленә ҡарамай һ- һәр кем үтәй ала.

2019 йылда программа ойоштороусылары ҡушымтаның инглиз телендә сығарғайнылар. Хәҙер инде SOTKA (100 көнлөк воркаут) ҡушымтаһы рәсәй AppStore магазинынан тыш башҡа 30 илдә лә алырға мөмкин (улар эсенә АҠШ, Канада, Великобритания, Австралия, Германия, Франция, Италия һәм Испания ла инә). Ҡатнашыусылар АҠШ, Ҡытай һәм Австралия илдәрендә бар инде. Рәсәй AppStore ҡушымтаһында ул киң популяр.

Программаның рәсми сайты: http://100.workout.su

Читайте нас: