Һаҡмар
+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Июнь 2020, 19:00
Лагерҙар асыла
Уҡыусылар өсөн йәйге ялдан да күңеллерәк мәл юҡтыр. Быйылғы йәй үткән йылдарҙағынан айырылып тора. Илдәге эпидимиологик хәлгә бәйле, балаларҙың көнө күберәк өйҙә үтә, әле лагерҙар ҙа онлайн режимда эшләй.Республика бюджетынан быйыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн 14540200 һум аҡса бүленгән. Ә 3 июлдән 39 белем биреү учреждениеһында көндөҙгө лагерҙар эш башлаясаҡ. Унда меңгә яҡын балаға ял итеү өсөн бар шарттар булдырылған. Төрлө ҡыҙыҡлы уйындар үткәреләсәк, туҡланыу ҙа ойоштороласаҡ. «Орленок» һәм «Граф күле» лагерҙарында быйыл 855 уҡыусы ял итәсәк. Шуныһы һөйөнөслө, «Граф күле» лагерында икенсе заезда милли ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға нигеҙләнгән «Йәйләү» лагеры ойошторола. Етем һәм ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүм, ауыр тормош шарттарында ҡалған балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Ундайҙар өсөн «Орленок» лагерында бушлай ял итеү ҡаралған. Йәштәр комитеты 21 майҙансыҡта күп көнлө төрлө походтар, экологик акциялар үткәрә. 14-18 йәштәге 290 уҡыусыға буш ваҡытында эш хаҡы алып эшләү мөмкинселеге булдырыла.9 йүнәлештә профилле лагерҙар эшләйәсәк – спорт-һауыҡтырыу, тыуған яҡты өйрәнеү өйрәнеү, мәҙәни-лингвистик һ.б. 150 үҫмер өсөн «Йәш спецназсы» профилле лагеры ла үҙ ишектәрен асасаҡ.Балаларҙың йәйге ялы файҙалы, күңелле, хәүефһеҙ үтһен!
Уҡыусылар өсөн йәйге ялдан да күңеллерәк мәл юҡтыр. Быйылғы йәй үткән йылдарҙағынан айырылып тора. Илдәге эпидимиологик хәлгә бәйле, балаларҙың көнө күберәк өйҙә үтә, әле лагерҙар ҙа онлайн режимда эшләй.
Республика бюджетынан быйыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн 14540200 һум аҡса бүленгән. Ә 3 июлдән 39 белем биреү учреждениеһында көндөҙгө лагерҙар эш башлаясаҡ. Унда меңгә яҡын балаға ял итеү өсөн бар шарттар булдырылған. Төрлө ҡыҙыҡлы уйындар үткәреләсәк, туҡланыу ҙа ойоштороласаҡ.
«Орленок» һәм «Граф күле» лагерҙарында быйыл 855 уҡыусы ял итәсәк. Шуныһы һөйөнөслө, «Граф күле» лагерында икенсе заезда милли ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға нигеҙләнгән «Йәйләү» лагеры ойошторола. Етем һәм ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүм, ауыр тормош шарттарында ҡалған балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Ундайҙар өсөн «Орленок» лагерында бушлай ял итеү ҡаралған. Йәштәр комитеты 21 майҙансыҡта күп көнлө төрлө походтар, экологик акциялар үткәрә. 14-18 йәштәге 290 уҡыусыға буш ваҡытында эш хаҡы алып эшләү мөмкинселеге булдырыла.
9 йүнәлештә профилле лагерҙар эшләйәсәк – спорт-һауыҡтырыу, тыуған яҡты өйрәнеү өйрәнеү, мәҙәни-лингвистик һ.б. 150 үҫмер өсөн «Йәш спецназсы» профилле лагеры ла үҙ ишектәрен асасаҡ.
Балаларҙың йәйге ялы файҙалы, күңелле, хәүефһеҙ үтһен!
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи