Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Июнь 2020, 01:01

Бындай мәктәп берәү генә буласаҡ!

Мәғлүм булыуынса, Иҫке Сибайҙағы 1977 йылда төҙөлгән мәктәп авария хәлендә булғанлыҡтан, ябылғайны. Балалар урындағы мәҙәниәт йортонда, балалар баҡсаһында белем алһа, юғары класс уҡыусылары Сибай ҡалаһына йөрөп уҡый. Быйыл иһә был проблема хәл ителде. Ошо көндәрҙә, бөтә республика халҡының иғтибарын үҙенә йәлеп, мәктәп төҙөлөшө башланды. Был ысынында ла шулай. Сөнки буласаҡ яңы белем усағы тотош республикала берәү генә буласаҡ.

Мәктәпте аукционда еңеп сыҡҡан Өфө ҡалаһының “Империя” ЯСЙ-һы сафҡа индерәсәк. Төҙөлөштө башлыса йәмғиәттең эшселәре алып бара, шулай уҡ урындағы халыҡ та йәлеп ителгән. Уның өсөн республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 363,548 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Дөйөм алғанда ул 30069 кв.метр майҙанды биләйәсәк, шуның 3581 кв.метрында мәктәп буласаҡ. Урыны-урыны менән 1, 2, 3, 4 ҡатлы буласаҡ мәктәп “Н” формаһында һалына. Ул 375 урынға иҫәпләнгән.
Бөгөн иҫке мәктәпте һүтеү эштәре бара. Ҡыйығы, тәҙрәләре, түбәһе алынған. Ошо көндәрҙә стеналары емерелә башлаясаҡ. Бер үк ваҡытта буласаҡ мәктәптең тотош биләмәһен тәртипкә килтереү эштәре алып барыла. Нигеҙ һалыу өсөн урын әҙерләнә.
- Буласаҡ мәктәптең аныҡ нөктәләре билдәләнде, шуның менән төҙөлөш эштәре башланды тигәндә лә була, - тине “Империя” ЯСЙ-һының техник директоры Вадим Ғайсин. – Шуның менән төҙөлөш эштәре башланасаҡ. Беҙҙе лә һуңғы һөҙөмтә нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Сөнки был мәктәп кенә түгел, ә балаларҙы бөтә яҡлап та үҫтерәсәк, тәрбиәләйәсәк үҙәк буласаҡ.
Эйе, был мәктәптә уҡыясаҡ балалар бәхетле. Улар белем алып ҡына ҡалмай, төрлө яҡлап үҫешеү өсөн шарттар ҙа аласаҡ. Айырыуса сәләмәт тормош алып барыуға ҙур иғтибар бирелә. Айырым футбол, волейбол, баскетбол, хоккей, еңел атлетика менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар буласаҡ. 1-се, 2– 4-се һәм 5– 9-сы кластар өсөн айырым ял итеү урындары ҡалҡып сығасаҡ. Аллеялар, йәйәү йөрөү, ял итеү өсөн дә һуҡмаҡтар ҡаралған. Мәктәп биләмәһен тулыһынса төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәрен дә “Империя” ЯСЙ-һы атҡарып сығасаҡ.
- Яңы белем усағын киләһе йылдың август айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ, - тине Вадим Ғайсин.
Тимәк, балалар яңы уҡыу йылын өр яңы мәктәптә башлаясаҡ, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: