Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Июнь 2020, 10:40

Йомаш уҡыусыларын дәртләндереп

Быйыл аҡсалата премияға кем лайыҡ булды?

Йомаш мәктәбе уҡыусылары йыл да фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһап, үҙ проекттарын уңышлы яҡлап сыға. Бынан тыш төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Шуның менән республика конкурстарында һәм район олимпиадаларында призлы урындар һәм еңеү яулайҙар. Уҡыусыларҙың уңыштары урында юғары баһалана. Биш йыл рәттән технология буйынса олимпиадала һәм ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән уҡыусыларға аҡсалата премия тапшырыла.
Йомаш мәктәбенең элекке уҡыусыһы, БДУ-ның Сибай институтын тамамлап, бөгөн Юлыҡ ауылында шәхси эшмәкәрлек алып барған Фәнүзә Фәнүр ҡыҙы Маннапова бағыусы булараҡ сығыш яһай. Быға ҡәҙәр аҡсалата премияға Тойғонов Ислам, Юнысбаев Азамат, Саникин Денис, Ҡунысбаев Фәнзил, Солтангәрәев Илфат лайыҡ булған. Быйыл иһә ул технология буйынса район олимпиадаһы призеры, "Башҡортостан - тыуған яғым" республика конкурсының ll Дәрәжә дипломанты, "Ер хужаһы" республика конкурсы призеры, үҙ эштәре менән күргәҙмәләрҙә ихлас ҡатнашҡан 9-сы класс уҡыусыһы Инсаф Әблүзинға тапшырылды.
Барлыҡ бындай эштәрҙә Йомаш мәктәбенең технология уҡытыусыһы Наип Баййегетовтың ҙур хеҙмәте ята. Уҡыусыларҙы дәртләндереп тороусы Фәнүзә Маннаповаға иһә рәхмәт белдереп, эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: