Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Июнь 2020, 01:54

Баймаҡ шашкасылары еңеү яуланы

Әбйәлил районында уҡыусылар араһында онлайн форматта рус шашкаһы буйынса турнир үтте.

Әбйәлил районында уҡыусылар араһында онлайн форматта рус шашкаһы буйынса турнир үтте.
Был үҙ сиратында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта Литванан да йәш шашкасыларға ҡатнашырға мөмкинлек бирҙе. Улар иң етеҙ дисциплинала көслөләрҙе асыҡланы. Уйындың һәр партияһы бик сәмле барҙы. Турнир һөҙөмтәләре буйынса үҙ йәш төркөмдәрендә Баймаҡ, Ейәнсура, Сибай, Күгәрсен, Ишембай һәм Магнитогорск вәкилдәре еңеү яуланы. Уларға почта аша Маҡтау ҡағыҙҙары һәм шашка тураһында китаптар ебәреләсәк.
Турнирҙа Баймаҡ йәш техниктар станцияһы педогогы З. Вилданованың тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты.
Сыртланов Ғазим, Хәсәнова Самира - беренсе, Сәйетҡолов Рамаҙан - өсөнсө урындар алды.
Йәш баймаҡтарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: