Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Май 2020, 00:00
Түләп уҡыған студенттарға ярҙам буласаҡ
#ВладимирПутин
Башҡортостандан сенатор, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса Федерация Советы комитеты башлығы Лилиә Ғүмәрова коммерция нигеҙендә уҡыған студенттарға иҡтисади ярҙам күрһәтеү саралары тураһында белдерҙе.
Улар өсөн уҡыуға түләү ваҡытын кисектереү һәм кредит түләү механизмы ҡарала, тип белдерҙе.
Лилиә Ғүмәрова шулай уҡ яҡшы өлгәшкән студенттар, бюджет урындары булған осраҡта, түләүһеҙ уҡыуға күсерәләсәк, тине. Студенттарға мәшғүллек буйынса ла ярҙам күрһәтеләсәк.
«Тәү сиратта, түләп уҡыған студенттар ауыр хәлдә ҡалды. Ҡайһы берәүҙәр эшләп уҡый ине. Бөгөн иһә бындай мөмкинселек юҡ. Күптәренең ата-әсәләре эш урындарын юғалтты. Шунлыҡтан тап уларға ярҙам итеү өсөн саралар планы ҡабул ителде. Бөгөн уҡыу йорттары был йүнәлештә эш алып бара. Кредит ойошмалары уҡыу өсөн алынған кредиттарҙың процент ставкаһын кәметеү, түләү ваҡытын кисектереү тураһындағы беҙҙең тәҡдимдәрҙе ҡабул итте. РФ Президенты Рәсәй банктарына һәм Хөкүмәткә мәғариф кредиттары буйынса ташламалар индереү кәрәклеге хаҡында күрһәтмә бирҙе", - тине Лилиә Ғүмәрова.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла