Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Май 2020, 17:20

Йәйге каникул башлана

2019/2020 уҡыу йылы аҙағына яҡынлаша.

Пандемия осорона бәйле, тотош Рәсәйҙә уҡыу системаһы ла үҙгәреш кисерҙе. Уҡыу йылының дүртенсе сирегендә башланған дистанцион белем биреү ҙә иһә аҙағына яҡынлаша. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн 2019/2020 уҡыу йылы ошо аҙнала тамамланасаҡ. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ошо хаҡта белдерҙе.
Ә бына 9-сы класс уҡыусылары быйыл дәүләт имтихандарын тапшырмаясаҡ. 11-се класс уҡыусылары иһә аттестация үтәсәк.
Бөтә республикала һуңғы ҡыңғырау онлайн режимда уҙасаҡ.
Читайте нас: