Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Май 2020, 12:50

"Һуңғы ҡыңғырау" булырмы?

Бөгөн был һорау уҡыусыларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә борсой.

Республиканың фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, республиканың барлыҡ балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, кластарҙа «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы 29 майҙа үтәсәк. Әммә, федераль күрһәтмәгә ярашлы, байрам дистанцион рәүештә генә үтәсәк. Йәғни кластарҙа, кафела, тәбиғәт ҡосағында йыйылырға кәңәш ителмәй, барлыҡ саралар онлайн форматта үтәсәк.
“Ҡала һәм райондарға онлайн-флешмоб, дистанцион режимда төрлө саралар ойошторорға тәҡдим итеп хат ебәрҙек”, – тип белдерҙе министр урынбаҫары.
Сығарылыш кисәләре ҡасан, нисек үтер – әлегә билдәһеҙ. Уға бер кем дә аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Был һорау ведомствола ҡарала. Барыһы ла эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле.
Читайте нас: