Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Апрель 2020, 10:07

Балалар белемле булһын өсөн

Онлайн уҡыуҙарға килгәндә, ул үҙен аҡлағандыр, тип уйлайым. Уҡыусылар бер-береһен видеобәйләнеш аша күреп кенә ҡалмай, хатта аралаша, уҡытыусының һорауҙарына туранан-тура яуап та бирә алалар. Башланғыс класс уҡыусылары менән онлайн-дәрес үткәреү бик үк еңелдән түгелдер. Был юҫыҡта ҡаланың 1-се мәктәбенән Р.Б. Атанғолов, Р.Х. Сәғитова, А.Р. Сирбаева, 5-се мәктәптән Д.Ғ. Мырҙағәлина, Ф.Ә. Исхакова беренсе көндән уҡыусылары менән бәйләнеш булдырып, эште яйға һала алдылар. Шулай уҡ 2-се мәктәптән Г.М. Фәйзуллина, Р.С. Мәүлитова (рус теле һәм әҙәбиәте), Ф.Ғ. Бәймөхәмәтова (математика), Баймаҡ лицей-интернатынан Ю.Т. Халиҡова (информатика), А.Д. Рәмова (рус теле һәм әҙәбиәте) яңы уҡыу төрөндә һөҙөмтәле эшләп килә.#нацпроекты #времягероев

Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, илдең ышаныслы киләсәге булһын өсөн балалар белемле булырға тейеш. Шуға ла 6 апрель көнө республикалағы мәктәп уҡыусылары өсөн тәүге дәресте тап үҙе үткәрҙе. Һәм был осорҙо ҡаһармандар тыуҙырған дәүер, тип атаны. Ошолай дистанциялы уҡыу менән беренсе аҙна һиҙҙелмәйсә үтеп тә китте. Тәүге ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар артта ҡалғандыр, тип ышанайыҡ.

Районда ситтән тороп уҡытыу системаһы нисек ҡуйылған? Үҙ аллы изоляция шарттарында мәктәпкәсә һәм мәктәп, өҫтәмә белем биреү учреждениелары ла үҙ эшен дауам итергә тырыша. Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре үҙ тәрбиәселәре менән онлайн рәүештә аралашып, улар ҡушҡан күнегеүҙәрҙе эшләп, һүрәттәрен төшөрөп, уйындарын уйнап, фотоотчет ебәреп тора. Ә бына ата-әсәһе эштә булғандарҙың балалары өсөн махсус дежур төркөмдәре эшләп килә. Иҫке Сибайҙағы, Аҡморондағы, Беренсе Этҡолдағы һәм Баймаҡтағы биш балалар баҡсаһында дежур төркөмдәр эшләй. Унда һәр төркөмдә 21-әр бала йөрөй.

Уҡыусыларға килгәндә, мәктәптәр үҙ ҡарамағына дүрт төрлө уҡыу юлын – дежур төркөмдәр, онлайн дәрестәр, электрон һәм ҡағыҙ кейстарҙы һайлап алды. Дәрестәр иртәнге сәғәт 10-да башлана. Урғаҙа мәктәбендә 16-шар уҡыусынан торған ике дежур төркөм эшләп килә. Аҡморон, Үрге Таулыҡай, Байыш, Кәрешкә, Ниғәмәт, Темәс, Беренсе Төркмән, Ишбирҙе, Йомаш, Ярат һәм Түбә мәктәптәренең автобустары яҡын-тирә ауылдарҙағы уҡыусыларға ҡағыҙ кейстарҙы дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәре тарата. Бында ла маска режимы теүәл үтәлә, күп осраҡта ҡағыҙ кейстар почта йәшнигендә ҡалдырыла.

Онлайн уҡыуҙарға килгәндә, ул үҙен аҡлағандыр, тип уйлайым. Уҡыусылар бер-береһен видеобәйләнеш аша күреп кенә ҡалмай, хатта аралаша, уҡытыусының һорауҙарына туранан-тура яуап та бирә алалар. Башланғыс класс уҡыусылары менән онлайн-дәрес үткәреү бик үк еңелдән түгелдер. Был юҫыҡта ҡаланың 1-се мәктәбенән Р.Б. Атанғолов, Р.Х. Сәғитова, А.Р. Сирбаева, 5-се мәктәптән Д.Ғ. Мырҙағәлина, Ф.Ә. Исхакова беренсе көндән уҡыусылары менән бәйләнеш булдырып, эште яйға һала алдылар. Шулай уҡ 2-се мәктәптән Г.М. Фәйзуллина, Р.С. Мәүлитова (рус теле һәм әҙәбиәте), Ф.Ғ. Бәймөхәмәтова (математика), Баймаҡ лицей-интернатынан Ю.Т. Халиҡова (информатика), А.Д. Рәмова (рус теле һәм әҙәбиәте) яңы уҡыу төрөндә һөҙөмтәле эшләп килә.

Өҫтәмә белем биреү учреждениелары ла заманға ҡулайлашты. Йәш техниктар станцияһы, балалар ижады үҙәге, йәш натуралистар станциялары, балалар һәм үҫмерҙәрҙең спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре дистанцион рәүештә уҡыуҙарын дауам итте.

Яңыса уҡытыуҙа йәнә бер мәсьәләне хәл итер кәрәк ине. Ул күп балалы һәм мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусыларҙы бушлай туҡландырыу, йәғни ҡоро паек таратыу. Ата-әсәләр, билдәле бер графикка ярашлы, мәктәпкә барып, бүленгән аҙыҡ-түлекте алып ҡайтып йөрөй.

Еңел булмаған был осорҙа балаларға белем бирәм тип тырышҡан һәр уҡытыусы һис шикһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә үҙҙәрен борсоған һорауҙы тәү нәүбәттә үҙ уҡытыусыһына яуҙыра. Ошо ваҡыт сабырлыҡ туплап, һәр ҡайһыһына айырым иғтибар бүлеп, төплө яуап ҡайтарған, дөрөҫ итеп аңлата алған уҡытыусы хеҙмәтен, һис шикһеҙ, ҡаһарманлыҡҡа тиңләргә була.

Эльмира Кейекҡужина.

Читайте нас: