Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Апрель 2020, 17:24

Балалар менән бергә уйнап алайыҡ!

Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Уйнат, уйлат баланы!» тигән хәрәкәтле уйындарға, ял минуттарына презентациялар, видеолар конкурсын ойоштора.

Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?
1. Социаль селтәрҙәрҙәге Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәренә яҙылырға:
https://vk.com/kurultaibashkir
https://instagram.com/kurultaibashkir
https://m.facebook.com/groups/kurultaibashkir
https://www.instagram.com/rsentr.irorb?r=nametag
https://vk.com/r.sentr
https://www.facebook.com/groups/2549457525159235/
2. Материалдарҙы социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәргә яңылыҡ итеп тәҡдим итергә кәрәк (Исем-шәрифегеҙ, эшләгән урынығыҙ, уйындың исеме, ниндәй йәштәге балаға тәҡдим ителеү хаҡында мәғлүмәттәрҙең булыуы мотлаҡ).
3. Һайлап алыу турын үткәс, сәхифәлә баҫылған эшкә лайктар йыйыу талап ителә.
Конкурс бер ай буйына барасаҡ. Ойоштороусылар иң үҙенсәлекле эштәргә бүләк һәм дипломдар вәғәҙәләй. Еңеүселәр 1 май көнө билдәләнәсәк.
              
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
https://yanshishma.rbsmi.ru/articles/b-ygel-r/Ya-i-konkurs--Uynat-uylat-balani-215443/
Читайте нас: