Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Апрель 2020, 09:25

Бергә уҡыйбыҙ һәм уйнайбыҙ

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2020” регион -ара конкурсы лауреаты, Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы Билал ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең муниципаль урта дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының Өмөтбай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы САДЫҠОВА АЛЬБИНА ВӘКИЛ ҠЫҘЫның кәңәштәренә "ҡолаҡ" һалайыҡ әле.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2020” регион -ара конкурсы лауреаты, Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы Билал ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең муниципаль урта дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының Өмөтбай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
САДЫҠОВА АЛЬБИНА ВӘКИЛ ҠЫҘЫ тәҡдим иткән алымдар бик тә файҙалы. Тәжрибәле уҡытыусының кәңәштәренә "ҡолаҡ" һалайыҡ әле.
Дәрестә балалар арып, иғтибарҙарын ситкә йүнәлтә башлаһа, “Төҫтәр” уйынын тәҡдим итергә була. Был уйында төҫтәрҙе уҡырға түгел, ә ниндәй төҫ күреүеңде атау талап ителә.
Был алым шунда уҡ иғтибарҙы тупларға ярҙам итә, ял минуттарында файҙаланыу ҙа отошло.
Үҙегеҙгә лә ваҡыт-ваҡыты менән шундай күнекмәләр яһау аң ҡеүәһен тотороҡло итеү һәм хәтерҙе юғалтмаҫ өсөн бик файҙалы булыр.
Читайте нас: