Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Апрель 2020, 13:35

Мәктәптәргә - юғары тиҙлекле интернет

Әле республиканың 1318 мәктәбегең 93-өндә интернет юҡ. #национальныепроекты

2021 йылға тиклем республикалағы бөтә мәктәптәр ҙә сифатлы интернетҡа тоташтырыу тамамланасаҡ, тип белдерҙе БР Цифрлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Әле республиканың 1318 мәктәбегең 93-өндә интернет юҡ. Был республика биләмәһенең ҙур булыуына һәм ҡайһы бер ауылдарҙың юлһыҙлығына бәйле.
“Цифрлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә республикалағы бөтә мәктәптәр ҙә 2021 йылға тиклем яҡшы сифатлы интернетҡа тоташасаҡ. Ҡала мәктәптәрендә уның тиҙлеге секундына – 100, ауылдыҡыларҙа 50 мегабит тәшкил итәсәк, тине Геннадий Разумикин.
Бөгөн 616 уҡытыусы интернет буйынса бәйләнешкә инә алмай. Уларҙы тиҙ арала интернетҡа тоташтырыу өсөн техник мөмкинлектәр булған ерҙәрҙә провайдерҙар пландан тыш башҡарасаҡ, тип ышандырҙы министр.
Читайте нас: