Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Апрель 2020, 01:03

Ҡаһармандар тыуҙырған осор

Республика БашлығыРадий Хәбиров иртәгә тәүге дәресте үҙе үткәрәсәк. Бөгөн ул дәрестең яҙмаһын төшөргәндән һуң ата-әсәләргә өндәшеп:«Мин әле генә дәрестең яҙмаһын яҙҙырҙым. Иртәгә уны уҡыусыларға күрһәтәсәкбеҙ. Тулыраҡ сайттан уҡығыҙ.

Республика Башлығы
Радий Хәбиров иртәгә тәүге дәресте үҙе үткәрәсәк. Бөгөн ул дәрестең яҙмаһын төшөргәндән һуң ата-әсәләргә өндәшеп:
«Мин әле генә дәрестең яҙмаһын яҙҙырҙым. Иртәгә уны уҡыусыларға күрһәтәсәкбеҙ.
Ошолай итеп беҙ дәрестәр үткәреүебеҙ, тырышыуҙарыбыҙ бушҡа булмаһын өсөн ата-әсәләрҙең дә ярҙамы кәрәк буласаҡ. Әле балаларға бер ваҡытта ла булмағанса ауыр. Тормош ҡуйған был һынауҙы бергәләшеп үтегеҙ. Балаларығыҙ менән бергә парта
артына ултырып, тәүге дәресте бергә уҡығыҙ.
Был мөһим ваҡытты үткәреп ебәрһәк, киләсәк быуындың наҙан булыу ҡурҡынысы бар. Бында беҙҙең дә ғәйеп буласаҡ. Беҙ дистанцион уҡыуҙы сифатлы итеп үткәрергә тырышырбыҙ. Ә, һеҙ, өйҙә уҡыу урынын ойоштороуҙа ярҙам итегеҙ.
Быныһы ― бер. Икенсенән. Улдарығыҙға һүм ҡыҙҙарығыҙға был осорҙо ―ҡаһармандар осоро тип аңлатығыҙ. Тап ошо ваҡытта кешелектең иң күркәм сифаттары өҫтөнлөк итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта иң насар сифаттары ла ҡалҡып сығыуы ихтимал. Балаларҙың өйҙә утырып белем алыуҙары үҙе үк ҡаһарманлыҡҡа тиң. Бер-берегеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы булығыҙ.»
Читайте нас: