Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Апрель 2020, 00:10

Абитуриенттар иғтибарына

Бюджет иҫәбенә юғары белем алырға теләүселәргә#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

1 апрелдә Башҡортостан дәүләт аграр университетында ситтән тороп уҡыу бүлегенә онлайн тәртибендә документтар ҡабул итеү башланды. Быйыл аграр вуз 75 белгеслеккә һәм бакалавриат йүнәлешенә уҡырға ҡабул итә, шуларҙың 43-ө буйынса ситтән тороп уҡыу ҡаралған. Мәғлүм булыуынса, республикала был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Университетың ҡабул итеү комиссияһында документтарҙы онлайн тәртибендә тапшырыу нескәлектәренә төшөндөрҙөләр. Бының өсөн вуз порталында шәхси кабинет асып, теркәлергә кәрәк.
Быйыл университетта ситтән тороп уҡығандар өсөн 350-нән ашыу бюджет урыны булдырыла. Коммерция бүлегендә уҡыу хаҡы иһә, башҡа юғары уҡыу йорттары менән сағыштырғанда, байтаҡҡа түбән – йылына 25 мең һумдан башлана. Дәүләт иҫәбенә белем алырға теләгәндәргә ғаризаны – 24 июлгә, ә коммерция бүлегенә 12 ноябргә тиклем тапшырырға кәрәк.
Буласаҡ студенттарҙы “Ветеринария”, “Үҫемлекселектәге биотехнологиялар”, “Эсемлектәр, икмәк-ҡалас һәм кондитер ризыҡтары технологияһы” кеүек әҙерлек йүнәлештәрендә көтәләр. Шулай уҡ “Агробизнестағы техник системалар”, “Ер кадастры”, “Финанс һәм кредит” белгеслектәре ҙур танылыу яулаған. Ихтыяжды иҫәпкә алып, быйыл “Электр энергетикаһы һәм электр техникаһы” тигән тағы ла бер йүнәлеш асылған.
Башҡортостан дәүләт аграр университетына һуңғы дүрт йылдағы Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса йәки уҡыу йортона килеп имтихан тапшырып инергә мөмкин. Имтихандар теҙмәһе вуздың рәсми сайтындағы “Абитуриентҡа” тигән бүлектә бирелгән.
https://vk.com/wall-104965500_41100
Читайте нас: