Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Апрель 2020, 21:05

Мәктәп уҡыусылары өсөн - миллион!

Миллион алғың килһә, “Оҙон тәнәфес”кә рәхим ит!“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының яңы проекты – өлкән класс уҡыусылары өсөн “Оҙон тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы 28 мартта башланғайны. #национальныепроекты

Миллион алғың килһә, “Оҙон тәнәфес”кә рәхим ит!
“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының яңы проекты – өлкән класс уҡыусылары өсөн “Оҙон тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы 28 мартта башланғайны. Бер нисә көн эсендә илебеҙҙең бөтә төбәктәренән 30 меңдән ашыу ғариза йыйылып та өлгөрҙө.
“Оҙон тәнәфес”тең маҡсаты – һәр үҫмергә үҙен күрһәтеү мөмкинлеген биреү.
Конкурста VIII – X класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Теркәү 22 июнгә тиклем дауам итә. Арауыҡтағы этап “БольшаяПеремена.онлайн” сайтында уҙғарыла. Артабан конкурсанттар нигеҙләү мәсьәләһен сисергә, кейстар менән эшләргә тейеш. Унан – туранан-тура ҡатнаша торған ярыштар һәм октябрҙә – финал. 31 мартта конкурстың тест рәүешендәге тәүге этабы башланды. Шул уҡ ваҡытта уҡыусылар бәйгегә 22 июнгә тиклем ҡушыла ала. Башҡортостандан әлегә 616 ғариза тапшырылған.
Ярым финалға - алты мең, финалға иһә 1200 бала сыға. Улар араһынан 300 еңеүсе билдәләнә. 20 июлдән 14 сентябргә тиклем 18 һынау ойошторола, финал октябрҙә була.
Х класс уҡыусыларына берәр миллион һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырыла. Уны уҡыу өсөн түләүгә тотонорға, ә бюджет бүлегенә уҡырға ингән осраҡта, ипотекаға йәки бизнес-стартапҡа ҡулланырға була. VIII – IХ класс уҡыусылары 200 мең һум менән бүләкләнә. Финалсылар иһә “Артек” лагерына юллама ала. Иң яҡшы 20 мәктәпкә икешәр миллион һумлыҡ финанс ярҙамы күрһәтелә.
https://vk.com/wall-104965500_41229
Читайте нас: