Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Апрель 2020, 19:01

6 апрелдән дәрестәр башлана

Дәрестәр нисек ойоштороласаҡ?

БР-ҙың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белем биреү учреждениеларының дистацион белем биреүгә бәйле онлайн брифинг үткәрҙе. 6 апрелдән бөтә мәктәптәрҙә лә уҡыуҙар башланасаҡ, балалар дистациялы уҡыу алымына күсәсәк, – тип белдерҙе Айбулат Вәкил улы.
Башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптәрҙә дежур төркөмдәр ойоштороласаҡ. Белем биреү учреждениеларының күбеһе дистацион уҡыу режимына күсәсәк. Тимәк, уҡытыусы өйҙән генә дәрестәр бирәсәк. Дистациялы уҡытыу ярҙамында электрон кейс ҡулланыласаҡ. Был яй тиҙлек менән эшләгән интернетлы уҡыусыларға ҡағыла. Улар дәресте төркөм чатында асылған электрон почта (смс-хәбәр) аша аласаҡ. Ҡағыҙ кейс ярҙамында дәрес уҙғарыласаҡ, ул интернетҡа тоташтырылмаған мәктәптәргә ҡағыла. Был осраҡта дәрестә интернет технологияһы ҡулланылмай, әммә бәйләнеш кеҫә телефоны аша ла барыуы ихтимал. Республикала дәрестәр иртәнге сәғәт 10-да башлана, тәнәфестәр буласаҡ.
Дистанцион уҡытыуға бәйле ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән "ҡыҙыу бәйләнеш"кә шылтыратырға мөмкин – 8 (347) 292-11-52.
Читайте нас: