Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Март 2020, 13:10

Милли проект: мәғарифты үҫтереү программалары арта

Өҫтәмә белем биреү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн быйыл 30 млн һум, киләһе йылда 75,9 млн һум аҡса бүленеүе көтөлә.#национальныепроекты

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин БР Хөкүмәте Президиумы ултырышында “Башҡортостан Республикаһында белем биреүҙе үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы алып барылған милли проекттары буйынса сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, өҫтәмә белем биреү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн быйыл 30 млн һум, киләһе йылда 75,9 млн һум аҡса бүленеүе көтөлә. Финанстың төп өлөшө инженер-техник йүнәлешенә тотоноласаҡ. Тап ошо йүнәлешкә ихтыяж ҙур булыуы асыҡланған.

Финанс ярҙам өҫтәмә белем биреүҙә урын булдырыу өсөн ҡала һәм райондарға ебәреләсәк.

Читайте нас: