Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Март 2020, 21:40

Ауылда эшләргә теләгән уҡытыусыларға

2020 йылға “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса конкурста ҡатнашыуға документтар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. #национальныепроекты#нацпроекты

2020 йылға “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса конкурста ҡатнашыуға документтар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ауылға, эшселәр ҡасабаларына, ҡала тибындағы ҡасабаларға һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә күскән 55 уҡытыусыға берәр миллион һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнә. Тик бер шарт бар: улар дөйөм белем биреү ойошмаһы менән биш йылға хеҙмәт килешеүе төҙөргә тейеш.
Ғаризаны 15 апрелгә тиклем http://zemteacter.edu.ru/ федераль порталы ярҙамында ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ уны “Ауыл уҡытыусыһы” программаһының төбәк операторы – Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты ла ҡабул итә.
Мәғлүм булыуынса, былтыр февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә “Ауыл табибы” программаһы менән бер рәттән ауылға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә күскән педагогтар өсөн “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын ғәмәлгә индерергә тәҡдим иткәйне. Хәҙер был программа илебеҙҙә “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға әүҙем булышлыҡ итәсәк.
Программаға ингән вакант вазифалар исемлеге менән Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында, шулай уҡ программаның федераль порталында танышырға мөмкин. Республика ведомствоһынан белдереүҙәренсә, төбәктәге ауылдарҙа башланғыс класс, химия, сит телдәр, математика һәм биология уҡытыусылары етмәй.
Әйткәндәй, проектҡа урта йәки юғары һөнәри белемгә эйә булған 55 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡушыла ала. Уларға аҙнаһына кәмендә 18 сәғәтлек ставкаға урынлашып, биш йыл эшләргә кәрәк. Бала ҡарау буйынса отпуск был осорға инмәй.
Конкурсҡа тапшырылған документтар 16–30 апрелдә баһалана. Киләһе уҡыу йылына килешеү төҙөрлөк еңеүселәрҙе конкурс комиссияһы һайлаясаҡ.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: dg-sosh6.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: