Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Март 2020, 10:35

Фәрүәз Рафиҡов менән осраштыҡ

Кем ул Фәрүәз Рафиҡов? Уның менән беҙҙең сайтта таныша алаһығыҙ.#национальныепроекты

Ошо көндәрҙә Иҫке Сибай урта мәктәбендә “Ҡурай” каналы директоры урынбаҫары, хоккей матчтарын башҡорт телендә алып барыусы, “Юлдаш” спутник телевидениеһында башҡортса “Караоке” программаһыны алып барыусыһы, Йәнйегет ауылы егете Фәрүәз Рафиҡов менән осрашыу үтте.

Унда мәктәп директоры Рафиков Сәлих Мөхитдин улы, Сибай ҡалаһының 14 мәктәп директоры Ирмаков Фәнил Рамаҙан улы, Сибай институтының педагогика факультеты студенттары, уҡыусылар, уҡытыусылар ҡатнашты.

Осрашыуҙа ҡунағыбыҙҙың әсәһе — Ләлә Һөйөндөк ҡыҙы ла булды. Ул улының уңыштары менән уртаҡлашты. Сара бик ҡыҙыҡлы булды: уҡыусылар, студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, комментатор һөнәренең нескәлектәре тураһында бик күп мәғлүмәттәр алды. Тиҙәйткестәр әйтеү, хоккей матчынан өҙөк алып барыу, блиц-һорауҙарға яуап биреү осрашыуҙы йәнләндереп ебәрҙе.

Осрашыу бигерәк тә малайҙарға әһәмиәтле булды, сөнки Фәрүәз уларҙы хоккейсылар тормошо менән яҡынданыраҡ таныштырҙы, спорт менән дуҫ булырға һәм ҡуйған маҡсаттарыңа тоғро булып ҡалырға өндәне.

Юлиә Вагапова.

Читайте нас: